Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
6 Февраля 2021, 10:20

Эт менән эт булма

Ҡала ситендә төҙөлә башлаған микрорайонда йәшәйбеҙ. Йәйрәп ятҡан яландың яртыһында яңы урамдар хасил булһа, яртыһы һаман да буш әле. Уның ҡарауы мал көткән кешеләргә хөрриәт бында. Үлән емерелеп үҫә.

Зөлфиә МУЛЛАҒОЛОВА-СӘЛИХОВА
Эт менән эт булма
(уймаҡ хикәйә)

Ҡала ситендә төҙөлә башлаған микрорайонда йәшәйбеҙ. Йәйрәп ятҡан яландың яртыһында яңы урамдар хасил булһа, яртыһы һаман да буш әле. Уның ҡарауы мал көткән кешеләргә хөрриәт бында. Үлән емерелеп үҫә. Йәй булһа ошонда көтөү ҡыуалар, шунда уҡ бесәнен дә эшләп алалар. Хас та ауылдағы һымаҡ инде. Урамға сыҡһаң – бер яғыңда йылҡы өйөрө, икенсе яғыңда һыйырҙар үлән уртлай... Эҫенән йәшенер өсөн бер ҡулына ҡулсатырын тотоп, икенсеһенә гәзит-журнал эләктергән әбей-бабайҙар кәзәләре артынан сабыр ғына эйәреп йөрөй. Ауылда ғына түгел, хәҙер ҡала ерендә лә ит-май, һөт һатып табыш алыусылар бихисап шул. Эш, аҡса юҡ тип зарланып ултырмай, нисектер яйын табып йәшәргә тырышҡан кешеләргә һоҡланам ғына. Ә әлегә – һүҙем ул турала түгел. Ошо яланды мал-тыуар ғына түгел, ә ҡала эсендә йөрөгән берәҙәк эттәр өйөрө лә төйәк итеп ала йәй көндәре. Ҡала урамдарынан яңғыҙ-ярым йөрөгәндәрендә шундай йәлләткес ҡиәфәттә булып, үткән-сүткәндең күҙенә мөлдөрәтеп кенә ҡарап, аҙыҡ һорап ултырған был мәхлүктәр, бергә ҡушылып алһалар – уҫаллана ла китәләр. Кешегә лә, мал-тыуарға ла, хатта машинаға ла ажарланып ташланалар. Урамға сығыуы ла ҡурҡыныс улар яланда йөрөгәндә. Бер ваҡыт шул эттәрҙең йылҡы өйөрөнә һөжүм иткәнен күҙәтеп торорға тура килде улым менән икебеҙгә. Кинәнеп үлән уртлап йөрөгән малдарҙы йән-яғынан ҡамап алып, сыр-сыу ләңкелдәшергә керешкәйнеләр, тегеләр ялан буйлап топтор-топтор сабып сығып киттеләр бит әй. Ҡыуып тотоп ҡара һин елдәй елгән толпарҙарҙы! Ҡыҫҡа ботло сәүектәре иң алда ятып ҡалды. Ә аттар сапты ла сапты... Ҙурыраҡ тоҡомло эттәр тәүҙә ҡалышмай эйәреп маташһа ла, аҙаҡ уларының да хәле бөттө, берәм-һәрәм тороп ҡала башланылар. Үҙҙәре һаман туҡтамай өргән булалар, йәнәһе лә ҡурҡыттылар инде аттарҙы. Аҙаҡ тағы бергә тупланып, еңеүсе ҡиәфәтендә ғорур баҫып, оло юл буйындағы кафе яғына, юлаусыларҙан ҡалған ҡалдыҡ-болдоҡ менән һыйланырға юлландылар. “Хәлдәрен бөтөрөп, ни ҡәҙәрем ерҙәрҙе сабып йөрөгәнсе, әйләнә килеп кенә ҡаты тояғы менән берҙе тибеү ҙә етер ине шул эттәргә. Берәүһенә эләкһә, ҡалғандары ла ҡойроҡтарын һыртҡа һалыр ине моғайын”, тип фекер йөрөттө улым. “ “Эт менән эт булма”, тигән бик аҡыллы мәҡәл бар халыҡта.

Әлеге аттар эттәрҙән ҡасып киткән шикелле, ҡайһы бер боҙоҡ әҙәмдәрҙән дә йыраҡ тороуың хәйерле. Улар ирешә тип һүҙ әрәм итергә, йә иһә улар һуғыша тип ҡул бысратырға ярамай, улым,” – тип яуапланым мин уға.
Читайте нас