Яйыҡ
+15 °С
Ясно
Новости
8 Февраля 2021, 17:25

Әсә һәм бала

Ауа - түнә әсә ҡайтып киләЙөҙ шешенгән, туҙған сәс - башы.Сирҡанғандай унан, тау артынаИнеп боҫто ҡыштың ҡояшы.

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова
Ауа - түнә әсә ҡайтып килә
Йөҙ шешенгән, туҙған сәс - башы.
Сирҡанғандай унан, тау артына
Инеп боҫто ҡыштың ҡояшы.
Туҡтай биреп, оло - кесеһенә
Әрләй, һүгә, ҡарғыш яуҙыра.
Аҡыл, зиһендәре томаланған
Ни эшләргә белмәй ҡаңғыра.
Уныңда бит булды,нурлы ғына
Гөрләп торған, яҡты доньяһы.
Берҙән - бере, ғәзиз һөйгән йәре,
Йөрәк ярып сыҡҡан балаһы.
Кем ғәйепле... Бары үҙ бәхетен
Алыштырҙы хәмер -ағыуға.
Теҙ сүкте шул ,сабырлығы етмәй
Яҙмыш ҡуйған тәүге һынауға.
Кисермәне уны, һөйөклөһө
Мәңгелеккә күсте ҡалдырып.
Ташлап китте терәк, таянысы
Өмөттәрен һүтеп, яндырып.
Ҡыҙы ҡалды, уны ҡурсалаусы
Бар афәттән һаҡлап тороусы.
Ашыҡ өйгә, ҡыҙың асыҡҡандыр
Бала бағыу - әсә бурысы.
Ни бешерер, һуңғы ризығын да
Алыштырҙы һаҫык хәмергә!?
Аңламаны үҙен берәй ваҡыт
Илтәсәген һалҡын ҡәбергә.
Үрелде лә ишек йоҙағына
Хәле етмәй салҡан ҡоланы .
Балаҡайым, тиеп, бышылданы
Өн сыҡманы, үкһеп иланы.
Ҡыш хөкөмө ҡаты, зәһәр һыуыҡ
Өтөп алды, көсһөҙ әсәне.
Ә бер аҙҙан алҡымынан алып
Үлем ғазабынан сәсәне.
Ҡайтты ҡыҙы... Ҡапыл абынды ла
Йәнһеҙ кәүҙәһенә әсәнең.
Эргәһенә сүкте: «Мин эҙләнем
Ҡайҙа булдың, әйтсе ни эшләнең!?
Әсәкәйем торсо, өшөйһөң бит,
Урайымсы мамыҡ шәлемә.
Инәйексе өйгә, ҡайнар сәйҙән
Йылы инер туңған йәнеңә.
Бармаҡтарың хәстә боҙбармаҡтай
Кейҙерәйем йылы бейәләй.»
Йүгергеләй ҡыҙы, аңламай шул
Күптән үлгән әсә тирәләй.
Ә был мәлдә... Өҫтә үрһәләнеп,
Бәргеләнде йәне әсәнең.
Ынтыла ла йәнһеҙ кәүҙәһенә
Өндәшкәндәй, балам ни эшләнем !?
Ник ҡағылмай ҡулдар балаһына
Ебәк сәстәренән иркәләп.
Ник кәүҙәһе ерҙә, йәне бында
Әсә көйә, яна үртәлеп.
Ҡалды ҡыҙы... Йәнһеҙ кәүҙәһелә
Мәңгелеккә ҡарап юл алды.
Үкенестәр, гөнаһтары менән
Фани донъяларҙан юғалды.

Читайте нас