Былтыр Рәсәйҙә 3 535 көсләү осраҡтары теркәлгән, 2019 йылдан 11,3 процентҡа күберәк. Ни булды – 2005 йылдан бирле был төр имәнес енәйәттәр тик кәмеү тенденцияһында ине бит? Эксперттарҙың фаразы буйынса, әлеге лә баяғы коронавирус ғәйепле: кешеләр күберәк ваҡытты халыҡ араһында түгел, өй эсендә үткәрергә мәжбүрҙәр, өҫтәүенә - йәмғиәттә баҫҡынсылыҡ, дошмансылыҡ хистәре көсәйә бара. Ирекһеҙҙән заман анекдоты иҫкә төшә: “ Коронавирустың үҙенән ҡурҡмайым – был сирҙе йоҡтороусыларҙың ни бары 1-2 проценты үлә. Ә бына коронавирус йоҡтороуымды күршеләр белеп ҡалһа – башымды уя һуғып китеүҙәре ихтималы – 100 процент!”
Әллә Хабаровск нефть эшкәртеү заводында авария булған, әллә модернизацияға туҡтатылған, әммә ғинуар урталарынан урындағы халыҡ бензинға ҡытлыҡ кисерә. Заправкаларҙа 7 сәғәткә тиклем сират көтөргә тура килә, ти! Спекулянттарға (заман терминологияһы менән – йүнсел кешеләргә) етә ҡалды – 1 литр яғыулыҡты 150-200 һум иҫәбенән (!) килтереп һатыу тураһында иғландар киң таралған. Улай ғына ла түгел, автозаправкалағы сиратта алдағы урындарҙы 2-3 мең һумға һата башлағандар икән. Донъяла нефть табыу буйынса икенсе урынды биләгән ил өсөн оят инде! Ниндәйҙер запасты булдырыуҙы алдан хәстәрләргә баш етмәгән микән ни? Нисектер шомло ла булып китте: Советтар Союзын тартҡатыр алдынан халыҡтың ризаһыҙлығын көсәйтеү өсөн күпселек сигарет заводтары кинәт ябылып, яһалма рәүештә тәмәке дефициты ойошторолғайны бит.....
1 февралдән интернетта һүгенгән өсөн һәр кемде сайттан (төркөмдән) ҡыуырға, "банить" итергә тейештәр - яңы закон көсөнә инде. Әйткәндәй, бортаҡ һүҙҙәр буйынса беренсе урында инглиз теле, ти. Икенсе урында - голландтар, өсөнсө - рус теле. Был исемлектә башҡорт теле ныҡ артта килеүе менән ғорурланабыҙ! Тик рәсәйлеләр еңмеш шул: былтыр февраль айы башының ике көнөндә социаль селтәрҙәрҙә 426,5 мең тапҡыр эт ашағыһыҙ һүҙ яҙһалар, быйыл, тыйыу ингәс , шул уҡ ваҡытта - 646,1 мең тапҡыр. Һүҙҙең бер өлөшөн латин хәрефтәре менән яҙалар ҙа, компьютер программаһы күрмәне, тип шатланып ултыралар. Әллә инде,һүгенгән кеше үҙенә үҙе генә текә, фырт булып күренеүе ихтимал, ҡалғандар өсөн - кешесә аңлаша ла белмәгән тупаҫ һәм бахыр бәндә
Өфөләге Рәсәй ислам университетында ғәрәп теленән уҡытҡан Али Әхмәт 37-се йәшендә донъя ҡуйған. Коронавирустан һуң өҙлөгә. 2015 йылда мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың саҡырыуы буйынса Мысырҙан Рәсәйгә эшкә килгән була ул. Башҡортостан ҡыҙына өйләнергә, Шамонин ауылында йорт һалырға һәм дүрт бала атаһы булырға өлгөргән, ике етемде лә тәрбиәгә алған... Ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, йәне йәннәттә булһын, тип теләргә генә ҡала.
Баҡалы районы суды 51 йәшлек иргә хөкөм сығарҙы. Иҫке Ҡорос ауылы мәктәбе уҡытыусыһы иренә бер уҡыусының дәрес алып барырға ҡамасаулауы тураһында һөйләгән була. Ир ни, ҡатынын яҡлашмаҡсы була, берҙе хулиганды урамда осрата ла,еңелсә маңлайына елгәрә. Бының өсөн 240 сәғәтлек мәжбүри эштәргә хөкөм ителде. ....эйе, балаларҙы туҡмарға ярамай. Тик бына педагогтарға бәйләнергә әҙер генә торған закон эйәләре бер юлы аңлатып та китһендәр ине – башҡа балаларҙы йәберләгән-туғмаған, ололарҙы тыңламаған, уҡырға һис тә теләмәгән бәләкәй янъялсыларҙы нисек теҙгендә тоторға мөмкин? Бәлки, кем һис тә уҡырға теләмәй, дүрт яғың да – ҡибла, тип мәктәптән сығарып ҡына ебәрергә кәрәктер? Башҡорт мәҡәле әйтмешләй - көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ!
Хәтерләйһегеҙҙер, Пушкиндың бер әҫәрендә мөғжизәле батша ҡыҙы һүрәтләнә: “...месяц под косой блестит, а во лбу звезда горит”. Хип-хоп эстрадаһында сереп байыған афроамериканец Саймир Вудс “Салтан батша тураһында әкиәт”те уҡымағандар, әммә нәҡ ундағыса ҡиәфәткә килә. Үҙенең баш һөйәген быраулатып, маңлайына алһыу төҫтә ғәүһәр (бриллиант) ҡуйҙырта. “Матурлыҡ өсөн һыҙланырға ла тура килә”, - тип аңлатма бирә. Биҙәүестең хаҡы – 24 миллион доллар – 1 миллиард 800 миллион һум самаһы. Полиция күрмәгәндә кеше талаусылар ҡулына эләкмәһен инде тип теләргә генә ҡала: бындай хазинаны йә аҡтарып, йә баш менән бергә алып ҡасыуҙары ла мөмкиндер. Ә хип-хоп тигәне беҙҙең боронғо “әйтеш” кеүегерәк инде: ярым-шиғыр, ярым-йырҙы һамаҡлау.
Ёсиро Мори әфәнде заманында Японияның премьер-министр вазифаһын биләне, әле – Токиола Олимпия уйындарын ойоштороу буйынса комитет башлығы. Был комитетҡа 24 ағза инә, бишеһе – гүәзәл зат вәкилдәре. Кәмендә унауы (40 проценты) ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш, тигән күрһәтмә алғас, уйламай әйтеп һала: “ Ҡатын-ҡыҙҙар нисбәте арттырыла икән, сығыш ваҡыттарын сикләр кәрәк – бер һөйләй башлаһалар, туҡтай алмайҙар бит улар”. Либераль йәмәғәтселеккә етә ҡалды, ҡатын-ҡыҙҙар алдында ғәфү үтендертеү менән ҡәнәғәтләнмәй, отставкаға ҡыуылыуын талап итәләр.