Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2021, 06:20

Хөкүмәт аппараты хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡартыла

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының тиҫтәләгән хеҙмәткәре ҡыҫҡартыу тураһында белдереү ҡағыҙы алды.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының тиҫтәләгән хеҙмәткәре ҡыҫҡартыу тураһында белдереү ҡағыҙы алды.
Телеграм-каналдар мәғлүмәте буйынса, ҡыҫҡартылғандарҙың күпселек өлөшө – бер үк эште башҡарған хеҙмәткәрҙәр.
«Башинформ» агентлығына премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Хөкүмәттә күптән уның структураһын оптималләштереү һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эштәр алып барыла. Аппараттың ҡайһылыр звеноһы ҡыҫҡартыла, ҡайһылары – үҙгәртеп ҡорола, ҡайһы берҙәре – көсәйтелә. Маҡсат – дәүләт көйләүенең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм иҡтисади йәнлелек.
"Башинформ"
Читайте нас