Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2021, 06:10

Ҡорбандар һаны арта

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 25 731 кешелә коронавирус диагнозы раҫланған.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 25 731 кешенең диагнозы раҫланған. 9 февралгә алты меңдән ашыу кеше инфекцияны әүҙем йөрөтөүсе тип иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 165 кешелә COVID-19 асыҡланған.
Әле 307 пациент «ковид»-госпиталдәрҙә дауалана. 46 сирленең хәле ауыр тип баһалана, биш пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5 659 кеше ауырыуҙы еңел формала үткәрә. Бер тәүлектә — 187, бөтәһе 19 555 кеше һауыҡҡан.
Республикала һаман да дауахананан тыш пневмония осраҡтары теркәлә. Тәүлек эсендә – 189, ә 195 сирле һауығып сыҡҡан.
"Башинформ"
Читайте нас