Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
10 Февраля 2021, 06:30
«Урал аръяғы тауышы» проекты башлана
Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле башлана. Төп бүләк – 50 мең һум. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле башлана. Төп бүләк – 50 мең һум. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Проектта йырларға яратҡан 18-45 йәшлек һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Шоуҙың сценарийы Беренсе каналда барған билдәле шоуҙың форматы буйынса төҙөлә. Һайлап алынған ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар менән шөғөлләнә. Тамашасыларҙың смс-тауыш биреү юлы менән иң яҡшыны һайлап алыу мөмкинлеге бар. Көнәркәштәре менән музыкаль баттлдарҙан һуң иң моңло тауыш эйәһенә төп бүләк тапшырыла.
Шоу-проектта ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2021 йылдың 25 февраленә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт – проекттың
рәсми төркөмөндә
.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"