Йоҡлар алдынан ашалған лимон барлыҡ матдәләр алмашыныуы процестарын тиҙләтә, метаболизмды яҡшырта. Шуның иҫәбенә кеше ябыға.
Лимон һуты көн дауамында йыйылған калорияларҙы актив "яндыра". Бындай иҫ киткес һөҙөмтәгә ирешеү өсөн кисен был цитрустың бер-ике өлөшөн ашау ҙа етә. Ә тағын да яҡшырағы - унан һутын һығып һәм бер стакан һыуға ҡушырға. Был әсе эсемлеккә, максималь тәъҫир итеү һәм матдәләр алмашыныуы процестарына ыңғай йоғонто яһар өсөн, бер аҙ бал өҫтәргә мөмкин. Ләкин лимон һутын үҙен генә эсмәгеҙ. Ашҡаҙан өсөн был зарарлы икән.
Һынап ҡарағыҙ, файҙаһы тейер.