Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Новости
11 Февраля 2021, 08:45

Машина менән юлға сыҡҡанда

Сәфәр сыҡҡанда һәммәбеҙҙең дә юлдарыбыҙ имен булһын. Хоҙай үҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, һәр беребеҙгә өйөбөҙҙөң ишеген ябып сығып, кире имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәфәр сыҡҡанда һәммәбеҙҙең дә юлдарыбыҙ имен булһын. Хоҙай үҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, һәр беребеҙгә өйөбөҙҙөң ишеген ябып сығып, кире имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Машина менән юлға сыҡҡанда тәүҙә «Аятүл-Көрси» доғаһын уҡырға кәрәк. һуңынан ошо доға уҡыла: "Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".
Мәғәнәһе: "Аллаһ һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфу ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма,ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Әмин!"
Читайте нас