Ышан инде синоптиктарға! Алдан биргән фараздары буйынса кисәнгенән йылыта башларға тейеш ине. Иртән тороп термометр ҡараһаҡ, градусник минус 28 күрһәтә. Һеҙҙә күпме? Төрлө урында төрлөсә бит. Ярар ҙа, ел тынғас, һыуыҡ әллә ни үҙәккә үтә алмай. Ә интернет сайттары, әле Учалыла минус 20-25 тип яҙған булалар. Нисек кенә булмаһын, ҡышҡы селлә аҙағында мейестәрҙе артыҡ ҡыҙҙырып яҡмағыҙ, балаларға күҙ-ҡолаҡ булайыҡ, башҡа именлек ҡағиҙәләре тураһында онотмайыҡ!