Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
11 Февраля 2021, 06:39

Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы

Популяр йырсының тыуған көнө

Фәдис Рәхимйән улы Ғәниев1967 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған.
Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған (профессор М. Ғ. Мортазина класы). 1989 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында[1] солист-вокалист булып эшләй, артабан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.
Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова менән дуэтта йырлай.

Композиторҙар Рөстәм Яхин, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Сәлих Сәйҙәшев («Хуш ауылым»), Руза Сәхәүетдинова, Урал Рәшитов, Ризуан Хәкимов («Әйтмә һин ауыр һүҙ»), Наил Шәймәрҙәнов һәм Рәйес Ханнановтың («Уфтанма») йырҙарын башҡара.
Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Аһ, Ырымбур ҡалаһы», «Шахта», «Сәрмән», «Хәмдиә» урын алған.
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Бөтә Союз «Татар жыры» конкурсының беренсе премияһы (1991) -Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан .
  • Ҡотлайбыҙ, яңы уңыштар теләйбеҙ!
    Читайте нас