Подгорный – Миндәк эргәһендәге шахтерҙар ауылы. Ошо ултыраҡта көн күргән Гордиенко бабайҙан атайым аҡ быйма баҫтырып алып ҡайтты. Шундай матур, ҡупшы һәм йылы, миңә бик ныҡ оҡшаны. Тик бына урамға кейеп сыҡҡайным, ағай-еҙнәләр мәрәкәләргә тотондо – йәнәһе лә, аҡ быйманы ҡыҙҙар ғына кейә. Аҡыл да өйрәтттеләр: “ Ана, олатайыңдың ҡара мунсаһының таштарына ышҡыһаң, ҡарайырҙар”. Миңә, шәп кешегә, етә ҡалды. Мунсаға йүгереп барып, аҡ быймаларымды ҡором менән буяным. Урамда маҡтау һүҙҙәре ишетеп, ҡыуанып, өйгә ҡайтып индем.
Өйҙәгеләр ни, нисек тә булһа таҙарт, тип сығарып ебәрҙеләр. Тағы мунсаға барҙым, быймаларымды яҡшылап йыуып, мейес башына киптерергә һалып ҡуйҙым. Икенсе көнөнә быймаларым кипкән ине, әммә ..... аяҡҡа һыйманылар. Ултырғандар ҙа ҡуйғандар икән!