Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
11 Февраля 2021, 13:31

Йәнлектәр һаны арта бара

Ике пост – Байһаҡал һәм Яңы Хөсәйен ауылдарында

Көн яман торғанда, «Яҡшы хужа этен дә урамға ҡыуып сығармаҫ!” – тип әйтелә. Ярар, эттең эйәһе бар, ә бына урман кейектәренә сатлама һыуыҡта, буран ҡупҡанда, бар донъяны кинәт ҡалын көрт ҡаплағанда үтә ауырға тура киләлер инде.
Хәйер, уларҙы ла хәстәрләүселәр бар. БР айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһының “Көнсығыш” айырымланған структур подразделениеһы өлкән инспекторы Мирдар Дияров әйтеүенсә, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, “Урал-Тау” заказнигында тап әлеге мәл ҡырағай йәнлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу ойошторолған. Махсус тәғәйен урындарҙа тоҙ, ем ҡалдыралар.
-Был майҙансыҡтар янында эҙҙәр күп булыуы шатландыра, тимәк, биләмәләребеҙҙә фауна төрлөлөк һәм күләм йәһәтенән арта бара, - ти Мирдар Руслан улы. – Быға, әлбиттә, браконьерлыҡ иҫкәртелеү етди йоғонто яһай. Айына, планға ярашлы, кәмендә 20 тапҡыр рейдтарға сығабыҙ. Йыш ҡына прокуратура, “Гостехнадзор” инспекцияһы, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә. Былтыр айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә 8 тәртип боҙоу осрағы асыҡланып, административ протоколдар төҙөлһә, быйыл әлегә тыныс.
Йәнлектәрҙе ҡышҡы иҫәпкә алыу кампанияһы ла уңышлы атҡарыла. Был маршруттарҙың дөйөм оҙонлоғо 350 километр тәшкил итә. Ялан материалдары камераль эшкәртеү үткәндән һуң ғына парк һәм заказникта күпме ниндәй йәнлек булыуын теүәлерәк әйтеп буласаҡ. Ә яҡынса ғына, күҙәтеү буйынса самалағанда, мышы, ҡабан, ҡоралай, һуйыр һәм селдәр һиҙелерлек дәрәжәлә үрсей бара икән. Күҙ генә теймәһен! Эйе, Башҡортостанда сусҡалар араһында Африка тағуны таралыу хәүефенә бәйле ҡырағай ҡабандарҙы ата башлайҙар, тип хәбәр ителде. Тик был кампания бер осо менән дә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, “Урал-Тау” заказнигына ҡағылмай, был биләмәләрҙә һунар ҡәтғи рәүештә тыйыла . Өҫтәүенә, яҡын тирәлә сусҡасылыҡ комплекстарының еҫе лә юҡ, ә заказник-парктағы ҡабандарҙың бер генә сирләп үлгән осрағын тап иткән юҡ әлегә, тип белдерҙе өлкән инспектор.
Бөгөнгө көндә тәбиғәтте һаҡлаусыларҙы икенсе проблема нығыраҡ борсой. Ҡышҡы миҙгелдә лә изге тауға юлланыусылар байтаҡ икән. Туроператорҙар аша килгән сәйәхәтселәргә именлек тәьмин ителһә, ҡайһы-бер туристар үҙаллы юлға сыға, ҡышҡы урманда бәләгә ҡалыуҙары ихтимал! Бәғзеләре, хатта, теркәлмәй икән, ҡаргиҙәр менән контроль постарҙы урап үтәләр. Ундайҙарға, режимды боҙоу тураһында административ протоколдар төҙөлә. Штрафта ғына эш түгел инде, бер кемгә лә әйтәмәйенсә “партизан һуҡмаҡтары” менән йөрөүселәрҙең ҡышҡы селлә торғанда ҡырағай тау-таш араһында харап булыуҙары мөмкин бит! Хәтерегеҙгә төшөрөп ҡуябыҙ – парк һәм заказниктың Учалы районы биләмләрендә ике постары тора – Байһаҡал һәм Яңы Хөсәйен ауылдарында. Теркәлергә онотмағыҙ! Ә иң хәйерлеһе – сәйәхәт ҡылыу өсөн йылы миҙгелдең етеүен көтөү.
Читайте нас