Яйыҡ
+23 °С
Ясно
Новости
12 Февраля 2021, 09:00

Балдаҡ

- Беренсе ирем менән никах уҡыттыҡ, өйләнешергә йөрөйбөҙ. Туй көнө билдәләнгән ине инде...

Лена Хәйруллина
БАЛДАҠ

- Минең тормошом да кинолағы кеүек бит ул, апай. Һин белмәйһең генә...
- Һөйлә һуң.
- Беренсе ирем менән никах уҡыттыҡ, өйләнешергә йөрөйбөҙ. Туй көнө билдәләнгән ине инде. Улай ғына ла түгел, өйҙә әсәйҙәр зыҡ ҡубып әҙерләнеп ята, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерешергә таныш апайҙар килде. Беҙ буласаҡ ирем менән райүҙәккә балдаҡ һайларға киттек. Яныбыҙҙа уның апаһы ла бар. Һатыусы миңә әле бер, әле икенсе балдаҡ бирә, һәр береһен кейеп ҡарайым. Иҫләмәйем, нисәүҙе кейгәнмендер, 10-15-ләп кенә булғандыр. Бөтәһе лә матур, бөтәһе лә оҡшай, ярағандары ла бар. Ирем менән апаһы ғына уларҙың хаҡын оҡшатмай, кейгән береһен ҡыйбат күрә былар. Үҙ ғүмеремдә бер ҡасан да ундай ғәрләнеү кисергәнем булманы минең. Магазиндан сығып киткәнемде лә, өйгә нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Бер балдаҡ хаҡы ла тормайыммы икән мин (( тип ғәрләндем. Ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып бер туйғансы иланым әле башта, шунан ныҡлы бер ҡарарға килдем. 3 айлыҡ ауырым булһа ла (никахыбыҙҙы яҙ уҡ үткәргән инек), тәүәкәлләнем һәм үҙемә биргән һүҙемдән кире ҡайтманым. Кис килде ир буласаҡ кешем килеүен, паспортын тоттороп ҡайтарып ебәрҙем. Артабан нисек йәшәремде лә, баламды нисек табып, ҡалайтып үҫтереремде лә уйламаным.
Туйға әйберҙәр алынған, ҡунаҡтар саҡырылған ине. Беҙҙеке урынына атай менән әсәйҙең көмөш туйын үткәрҙек.
- Һуңынан нисә йыл яңғыҙ йәшәнең әле һин?
- Ҡыҙыма 3 йәш ине, әлеге иремде осраттым. Үкенмәйем. Уныһы ла кинолағы кеүек килеп сыҡты ул...

Р. S. Тормошта күп нәмә кинолағы кеүектер ул. Кинолар ҙа шул тормоштан алып төшөрөләлер...
Ә һеҙҙең арала бармы ошо һылыу кеүек бер ҡарар менән яҙмышын үҙгәрткәндәр? Үҙ тормош-киноһының режиссеры булғандар?
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас