Дөрөҫөн генә әйткәндә, урман баҫҡан Учалы районында йәшәгән кешеләргә ике төп ҡайын әллә ни ғәжәп булып күренмәй. Элекке ваҡыттарҙа бер кемдән һорап та тормай кәбән аҫтына һөйрәтке итеп күпме ауҙармай торғайныҡ...
Тик заман башҡа – заң башҡа тигәнде оноторға кәрәкмәҫ. Был өлкәлә лә ҡаты тәртип булдырыла. Аңлатма бирер кәрәктер. Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан зыян 5 мең һумға тиклем икән, ғәйепле 8.28-се статья буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла . Граждандарға 5 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, хоҡуҡ боҙоу ҡоралы (мәҫәлән, бензобысҡы) конфискацияланыуы ихтимал. Зыян 5 мең һумдан арта икән, 260-сы статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Бында инде язалар күпкә ҡатыраҡ.
Ошо тирәне диҡҡәт менән уҡығыҙ әле – 5 мең һум законһыҙ киҫелгән ағастың хаҡы түгел, ә урман хужалығына килтерелгән зыян тураһында һүҙ бара! Юғиһә, байтаҡ кешеләрҙең, биш мең һумлыҡ ағас урламаным да инде, тип ауыҙҙары бешә лә, бешә.
Халыҡты яҙыҡ аҙымдарға барыуҙан киҫәтеү маҡсатында эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова бер осраҡ тураһында конкрет һандар менән тасуирлап һөйләне.
Малай-Муйнаҡ ауылында көн күргән урта йәштәрҙәге ир 2020 йылдың 1 декабрендә бер ниндәй рөхсәт документтары булмайынса ауылдан 1 саҡрым алыҫлыҡта ике ҡайын ауҙарған. Утын өсөн. Дөйөм күләме – 1,257 кубометр. Хаҡы ни бары 68 һум 33 тин булыр ине. Тик бына, зыян иҫәпләнгәндә закон буйынса ағас хаҡы 50 тапҡыр арттырыла, был осраҡта - 3 416 һум 50 тин. Ошоноң менән тамам булһа, тәртипһеҙ ауыл кешеһе административ яуаплылыҡ менән ҡотолор ине. Бәләһенә ҡаршы, ағас киҫелгән Төньяҡ-Урал лесничествоһының 110-сы кварталы айырыуса һаҡланған урман участкалары категорияһына инә, тимәк, закон буйынса үрҙәге һан тағы ла ике тапҡыр арттырыла: зыян 6 833 һум тәшкил итә. Быныһы инде РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяна эләгә. Ошо статья буйынса 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал, ғәйепленең мәжбүри йә холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителеүе, хатта, 2 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе мөмкин. Ә зыян ҙур йә айырыуса ҙур күләмдә, тип танылһа ( зыян 50 йә 150 мең һумды ашһа), яуаплылыҡ тағын да ҡатыраҡ.
-Урман ауҙарағыҙ икән, башта һәр төп ағас өсөн тейешле документтарҙы тейешле учреждениеларҙан юллағыҙ! Ныҡ итеп үкенергә тура килмәҫ, - тип өндәне Динара Фәнил ҡыҙы. Нәҡ шулай, элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда яуаплылыҡ ныҡ артты бит хәҙер. Урман – федераль милек икәнлеген дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бар мөнәсәбәттәр, бар хаҡ һәм түләүҙәр, шул иҫәптән ҡатынан-ҡаты зыян иҫәпләү тәртибе Рәсәй закондары менән көйләнә.