Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
13 Февраля 2021, 11:50

Рәхмәтле йома

Бөгөн уҡытыусылары Рәхмәттәрҙең класында бик серле һүҙ әйтте:- Йома көнгә тиклем биш рәхмәт йыйығыҙ.

Миңнур ҠАСИМОВА
Рәхмәтле йома
(Хикәйә)

Бөгөн уҡытыусылары Рәхмәттәрҙең класында бик серле һүҙ әйтте:
- Йома көнгә тиклем биш рәхмәт йыйығыҙ.
Мәктәптән ҡайтҡанда малайҙар бәхәсләшеп алдылар. Ғәйсәрҙең өләсәһенең ишеге алдында ҡул теймәгән утын ята – ярып, ташып, өйөп, сүп-сарын йыйыштырып, берәй ҡосағын өйөнә индереп бирһә, еңеүсе була. Тимәк, уға грамота эләгәсәк. Данистың күршеләрендәге яңғыҙ инәйҙең кәртәһе күптән емерелеп төшкән икән – һайғау килтереп, әрсеп, индек* үткәреп, ҡайырылып төшкән ҡапҡаһын нығытып, ҡыйын таҙалаһа, биш рәхмәт йыйыла ла ҡуя. Сабит борсаҡты эре ярҙы – былай ҙа көн һайын ололарҙан рәхмәт яуып ҡына тора икән. Таһир бер аҙ маҡтанып алды ла:
-Һин, Рәхмәт, бер үҙең рәхмәтһеҙ ҡалып ҡуйма. Ҡайһылай бер һүҙ ҙә өндәшмәй килгән булаһың. Һинең генә портфолиоң иң йоҡағы. Бер грамота өҫтәлһә, артыҡ булыр тиһеңме? – тип һораны.
Мәктәп сумкаһын арҡаһына артмаҡлаған Рәхмәт был хәбәрҙе ҡолағына элмәҫкә тырышты. Бәләкәй генә кәүҙәһен кеше күҙенә күрһәтмәйем, тигәндәй, алға эйелә биреп, өндәшмәй генә өйҙәре яғына атланы.
***
Өйрәнгән ғәҙәт буйынса үҙҙәренә етмәҫ элек, боролошта йәшәгән Гөлбоҫтан өләсәйҙәргә һуғылды. Өләсәй йәш сағынан атлай алмаған Вара исемле олатайҙы ҡарай. Улар бик ололар. Балалары ла булмаған. Хәҙер Вара олатай түшәк тартып ята – башҡалар ярҙамына мохтаж.
Рәхмәт барып ингәндә өләсәй төпкө бүлмәлә өйлә намаҙын уҡый ине – йыш ингәс, ҡайһы ваҡытта ниндәй намаҙ ингәнен* белә. Аяҡ кейемен сисеүгә, шаршау артынан ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш сыҡты:
-Әбей, сарсаным!
Малай йәһәт кенә ҡулын йыуып алды ла, имгәкләп, шаршау тартылған оло урындыҡҡа менеп китте. Ҡул һуҙымы ерҙә сигелгән һөлгө менән ябылған кәсәләге һыуға ҡаҙ ҡаурыйын манып, Вара олатайҙың ирендәрен сылатты. Бер тамсы һыуҙы йота алмай тилмереп ята тимәҫһең, күҙҙәренән нур уйнатып, Рәхмәттең ҡулдарының һыртын һыйпап ҡуйҙы. Уны йәлләүҙән малайҙың йөрәге өҙөлөп төшөр хәлгә етте, тамағына тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәрҙе. Олатайҙың юрғанын ҡымтып ҡына япты ла, аяғына ҡата кейеп, тышҡа сыҡты. Инеп-сығыусылар күп булғас, кемдер һыуын индерә, кемдер ҡарын көрәй. Бына бөгөн дә береһе сана менән утын һөйрәп, солансаға уҡ ултыртып киткән. Рәхмәт, ярҡа өҫтөндә торған балта менән сыраларҙы ваҡлап тураны ла, өйгә индереп, көлдөксәгә һалып ҡуйҙы.
Намаҙын тамамлап, тиҫбе тартып ултырған Гөлбоҫтан өләсәй:
-Әй, балам! Сәй ҙә эсерә алмайым. Ана, ҡайһылай булып китте хәлдәр. Ҡулдарыңдан һөйөн инде! – тип ултырып ҡалды. Рәхмәт, нисек шым инһә, шулай тауыш-тынһыҙ ғына сығып китте. Элеккеләй олатайҙың һау сағы булһа, урындыҡта аяҡ һоноп ултырып, өсәүләшеп самауыр сәйе эсерҙәр ине. Вара олатайҙы тамшандырмайым, типме, өләсәйҙең еҙ самауыры күптән соланда түңкәреүле тора.
***
Үҙҙәренең урам ҡапҡаһын асайым ғына тигәндә, баҡсаға терәлеп аҡҡан йылға буйында мәке тапмай баҡырышып йөрөгән малдарҙы аңғарып ҡалды. Бағана башына сумкаһын элде лә, бер ҡулына балта, икенсеһенә биҙрә тотоп, йылғаға йүгерҙе. Ҡолас ташлап мәке уйып бөтөүгә, күҙенә мөлдөрәп ҡарап торған һыйырҙарҙы алмаш-тилмәш һуғара башланы.
-Мәке уйыуҙың сауабы ҙур ул, улым. Минең ҡулдан эш төштө былай булғас, - тигән һүҙгә артына боролоп ҡараһа, балтаһын яуырынына һалған күрше Халиҡ бабайҙы аңғарып ҡалды. – Инәйең дә кран һыуын эсмәй, атым да өнәмәй. Ағын һыуға ни етә! Ҡышҡы селләлә бергәләшермен инде, ул саҡта боҙ ҡалын була бит, - тип ҡайтыу яғына ыңғайланы бабай.
Ауылдаштарының күбеһе өй янында ҡотоҡ ҡаҙҙырһа ла, йылғаға көйәнтәләп һыуға йөрөүселәр бар икән. Ана, класташы Ғәзизә, үҙе тау башында йәшәһә лә, Үҙәнгә һыуға төшкән. Аңғармай ҡалдымы - малдар тапап, тайғаҡҡа әйләндергән ярҙан төшөп килгәндә биҙрәләре бер яҡҡа, үҙе икенсе яҡҡа ҡолап барып та төштө. Тороп, өҫ-башын ҡаҡҡыланы ла, бер һүҙ өндәшмәй ҡарап торған Рәхмәттең янынан башын баҫып ҡына үтеп китте. Ул да иптәштәре менән бик аралашып бармай. Кәүҙәгә Рәхмәттән дә бәләкәй, ситтән ҡарап торған кешегә ике биҙрәһе һуҡмаҡ ситендәге ҡарҙан үҙҙәре йүгереп барғандай тойола.
Ғәзизә үтеп китеү менән Рәхмәт ул тайып йығылған яр башынан йылғаға тиклем киртләс-киртләс итеп өс баҫҡыслы һикәлтә яһап ҡуйҙы. Был эште шул тиклем тиҙ эшләне, мөлдөрәмә тулы биҙрәләрен сайпылтмаҫҡа тырышып әкрен генә атлап килгән ҡыҙ ярҙа сәсенән һыпырылып төшөп ҡалған ҡыҙыл суҡлы һыңар таҫманы ғына күрҙе.
***
Класс етәкселәренең дәресен саҡҡа еткерҙеләр дүртенселәр йома көн. Һәр ҡайһыһы үҙендә тылсым һандығы булғандай серле генә йөрөй, ҡыҙҙар быш-быш килә. Малайҙар малайҙар инде – бармаҡ бөгөп, кем күберәк рәхмәт йыйғанын һанай. Кластағы 18 баланың икәүһе генә ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай ултыра. Уларҙың береһе – өндәшмәҫ Ғәзизә, икенсеһе ике көн буйына бер рәхмәт йыйырға ла ваҡыты булмаған Рәхмәт. Ҡыҙ кеше үҙенә ниндәйҙер шөғөл табып, яҙып-һыҙып ултырған була, ә Рәхмәт үҙен ғәйепле кешеләй тойоп, ҡарашын ҡайҙа төбәргә белмәй.
Ҡыңғырау шылтырауға Гөлнар Фәритовна менән күҙлек кейгән ят апай килеп инде класҡа. Класс етәксеһе, ҡарашы менән барыһын да теүәлләп сыҡҡас:
-Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән килгән хеҙмәткәр бар, тип таныштырҙы. Ят ҡунаҡ әкрен генә һүҙ башланы:
-Изгелектең иртәһе юҡ, кисе юҡ, тиҙәр халыҡта. Арағыҙҙа айҙар буйына мохтаждарға ярҙам итеүсе балалар бар. Һәм быны улар кемдәндер рәхмәт һүҙе алыр өсөн түгел, ә үҙҙәренең күңел ҡушыуы буйынса атҡара. Ауылығыҙҙа әсәһе лә, ҡыҙы ла ауырыған ғаилә бар. Һеҙҙең йәштәге бер ҡыҙ йыл буйы кәрәк ваҡытта һыу килтереп, иҙәндәрен йыуып сығып китә уларҙың, тик үҙенең исемен әйтмәй икән. Ошондай әйберен төшөрөп ҡалдырыусы ул итәғәтле бала был кластан түгелме? – тип суҡлы ҡыҙыл таҫма килтереп сығарғас, барыһы ла “ялп” иттереп, Ғәзизәгә боролоп ҡараны. Уның һайын Ғәзизә, эш боҙған кешеләй, ултырғысына һеңә барҙы. Ҡунаҡ апай класс етәксеһе менән ни хаҡындалыр кәңәшләшеп алғас, тағы уҡыусыларға боролдо:
-Шулай уҡ, Хәтипов Рәхмәт исемле малай оло йәштәге Гөлбоҫтан һәм Вара Сәлимйәновтарға һуңғы йылдарҙа көн һайын ярҙам итеп тора. Киләсәктә ошондай эштәр башҡаларға өлгө булһын өсөн район хакимиәте Ғәзизәне һәм Рәхмәтте Өфө ҡалаһына шыршы байрамына юллама менән бүләкләй.
Барыһы ла дәррәү ҡул саба, кемдәрҙер Рәхмәт менән Ғәзизәнең ҡулын ҡыҫа башланы. Тик Таһир ғына урынынан ҡуҙғалмай ҡулдарын кәҫәһенә тығып ултырыуын белде. Ике көн буйы ярҙам өсөн йыйған унар һумлыҡ биш тимер аҡсаһы бармаҡ остарын өтөп барғандай ине.
Бындай сауаплы һәм изге ғәмәлдәрҙең грамота, портфолио һәм аҡсаға эшләнмәгәнен бөтә малайҙар ҙа аңлағайны.

индек* - һайғауҙан йәнәш ике бағана араһынан үткәрелеп тотолған кәртә
намаҙ ингәнен*- 5 намаҙҙың уҡыу ваҡыты
сарсау – үтә ныҡ һыуһау
Читайте нас