Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
14 Февраля 2021, 13:46

Теләһә кемде өйөңә индермә!

Учалыла телефон буры тотолдо

Учалы эске эштәр бүлегенә ҡала кешеһе бәлә һалып килә - фатирынан зым-зыя кеҫә телефоны ғәйеп була. Шундуҡ оператив тәфтиш төркөмө ебәрелә. Уларға оҙаҡ баш ватырға ла тура килмәгәндер, баҡһаң, был кешегә бер танышы килгән була, бергәләп хәмер һемергән булыуҙары асыҡлана. Нәҡ шул шешәләштә - 25 йәшлек, быға тиклем дә хөкөм ителгән егеттә урланған телефон табыла ла инде. БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Эсеү – насар, теләһә кем менән эсеү – икеләтә насарҙыр.
Читайте нас