Бөгөн -Тыуған илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгәндәрҙе иҫкә алыу көнө
Тыуған илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгәндәрҙе иҫкә алыу көнө 1989 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарылыуға бәйле билдәләнә. Интернациональ бурысты лайыҡлы үтәп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы, һәләк булғандарҙы иҫкә алайыҡ. Йәш быуынға лайыҡ өлгө улар бөгөнгө көндә. Эйе, " Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә, ҡылған эше уның хаҡ булыр".
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.