Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
15 Февраля 2021, 07:57

Эскесе водитель иркенән мәхрүм ителде

Учалы суды былтыр оҡшаш 70 енәйәт эшен ҡараған

Добавить в предпочтительные источники Google
1979 йыл тыуған райондашыбыҙ 9 айға ултыраҡ-колонияға ебәрелеп иркенән мәхрүм ителде, тип хәбәр итте Учалы район суды.
Иҫереп руль артына ултырған өсөн РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Башта иҫерек көйөнсә автомобиль йөрөткән өсөн административ язаға тарттырыла, шул иҫәптән транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән була. Хәҙер бына йәнә тотолдо. 9 айға ситкә һөрөлөүҙән тыш, 3 йыл транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Бына шулай, ахымсы алкоголиктарҙы ғына теҙгендә тоторлоҡ закон табыла ул! Йәйәү йөрөгәндәрендә һәр кем теләһә бауыры сереп үлгәнсе эсергә ирекле, ә бына ошо килеш руль артына ултыралар икән – ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереүселәргә лә әйләнеүҙәре бик тә ихтимал.
264.1-се статья буйынса (административ язаға тарттырылған кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы) Учалы районында 70 (!) енәйәт эше ҡаралды, тип тә өҫтәнеләр судтың матбуғат хеҙмәтененән. Хоҙай һаҡлаһын инде бындай бәндәләрҙең юлына осрауҙан!
Читайте нас