Беҙгәме һуң инде,зарланырға
Һау булғанда ҡул һәм аяҡтар.
Бер һыныҡҡа тилмермәйбеҙ әле,
Икмәк менән тулған табаҡтар.
Тәмлерәк һуң,тибеҙ
Ҡайһы ондан -
Бойҙайҙанмы,әллә арыштан?
Ә был саҡта
Алыҫ -алыҫтарҙа,
Күҙен йома сабый аслыҡтан.
Мейес яғып
Икмәк һалаһы юҡ
Һатып алабыҙ беҙ әҙерҙе.
Әллә ниңә ризыҡ артҡан һайын
Кәмей бара тормош ҡәҙере.
...Ана,алда
Уңыш вәғәҙәләй
Баҫыуҙарҙа ятҡан ҡарҙар ҙа.
Иҫән булған саҡта ғәзиз баштар
Зарланмайыҡ дуҫтар,донъяға.