Францияла Андре туташ коронавирусты бик сабыр үткәрә, табип килгәнендә үҙенең сәләмтлегенән дә алда, ҡалғандар тураһында һорашыр була. Үҙе изоляцияла тотола бит. Монахиня булғас, үлемдән саҡ ҡына ла ҡурҡмай, барыһын да Хоҙайға тапшырған өсөн дә сирҙе еңел үткәргәндер. Һауығып алғас, тыуған көнөн билдәләргә йыйына. 117 йәшен! Эйе, Люсиль Рандон ханым (ата-әсәһе ҡушҡан исем) 1904 йыл тыуған, донъяла иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе, унан алда тик Япониянан
Канэ Танака ханым (118 йәш).