... 9-сы класта уҡып йөрөйөм. Мәктәптән асығып ҡайтһам, соландан уҡ танауға тәмле еҫтәр бәрелде.
Өйҙә урындыҡ тултырып әсәйемдең ҡорҙаштары: әбейҙәр, апайҙар, еңгәләр ултыра. Барыһы ла алтмыш йәштәр тирәһендәгеләр. Әсәйем йома сәйенә саҡырған икән. Күңелдәре көр, йөҙҙәре яҡты ҡунаҡтарҙың.
Ашҡа фатиха биреп, хужабикәгә рәхмәттәрен еткергәс, һүҙгә керештеләр.
– Аллаға шөкөр, һыйыбыҙ мул, тамаҡтарыбыҙ туҡ хәҙер, – тип һүҙ башланы Маһира әбей Харрасова. Бындай һый-хөрмәт төштәребеҙгә лә инмәй ине бит. Һуғыш йылдарында күрмәгән ыҙаларҙы күрҙек инде. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙ елкәһендә. Аслы-туҡлы көн күрәбеҙ, тип торманыҡ, ҡайҙа ҡушалар, шунда эшләнек. Зәйтүнә, Сәкинә ҡыҙҙарымдың күргән михнәттәрен иҫкә алһам, йөрәгем әле лә һулҡылдап һыҙлап ҡуя.
– Ҡуй инде, Маһира, ул йылдар ауырлыҡтары куңелдәргә уңалмаҫ яра булып уйылып ҡалған инде, – тип һүҙ йомғағын тәгәрәтте Сафура Әбей.
Шафиғымды 37-лә алып киттеләр, хәбәре булманы. Ҡулымда Нурдидә, Ыруза (Роза) ҡыҙҙарым, Фрунзе улым ҡалды. Үҫтеләр инде аслы-туҡлы. Митлек, алабута ононан бешерелгән көлсәне (күмәс икмәге, эҫе көлгә күмеп бешерәләр) ашап эстәре көптәй булып йөрөнө, бахырҡайҙарым.
– Уныһы беҙҙең малайҙарҙың төп аҙығы булды инде. 1943 йылдың йәйе ине. Бесәндән ҡайтһам, дүртенсе йәше менән барған Айратым иҙәндә ултыра. Митлек, алабута ононан бешерелгән икмәкте ашап эскенәһе көптәй булып күпкән, атлай алмай, – быныһы әсәйемдең тауышы.
– Ҡуй инде, ҡуй-й-й! Етмәһә закуны ниндәй ҡаты булды ул йылдарҙа... Анау Сәнсәрҙәнме, Рафиҡ ауылынанмы дүрт фронтауик ҡатынын, сарыҡтарына йәшереп, өс бәрәңге алып ҡайтып барғанда тотоп, яуапҡа тарттырып йөрөнөләр бит. Бахырҡайҙар, ас ултырған балаларына ризыҡ булыр, тип өмөтләнгәндәрҙер инде.
-Ҡана, Мәрхиә еңгә, анау ҙур еҙ батмусыңды бир әле, -тип, бармаҡтарына уймаҡтар кейеп, бейеү көйөнә батмус сиртеп, үҙенең шаян таҡмаҡтарын башланы Мәрйәм еңгә:
... Сәуитский норма –
Бөтә ерҙә лә бер форма.
Ас та түгел, туҡ та түгел,
Өйрәнгәс, шурт та тугел...
... Батмус сиртеүсе булғанда
Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!
Әйтер һүҙең яҡшы булһа,
Һуң булмаһын, әйтеп ҡал!
Һай еңгәһе, еңгәһе,
Тыпырлап баҫыуҙары.
Күңелдәргә әйткән һүҙе
Май булып ятыуҙары...
Әсәйем үҙенең еңгәһе Сафура әбейҙе ошо таҡмаҡты әйтеп бейергә саҡырҙы.
Оҙон буйлы ҡаҡса ғына кәүҙәле Сафура әбей, оялсан ҡыҙҙарҙай, килешле тыйнаҡ хәрәкәтләнеп бейей башланы. Оҙаҡ бейемәне ул, әйҙә, Мәрйәм, үҙең бейеп ал, тип уға баҫты. «Ҡан, ал әле батмусты. Гәүһәр, бында һинән дә оҫта бамус сиртеүсе юҡ, табандарым ҡысып тора ине, бейет әле еңгәңде!» - тип «музыка ҡоралын» уға бирҙе.
Ҡом менән ышҡып ялтыратылған еҙ батмус, уның бармаҡтарының сихри хәрәкәтенә буйһоноп, зыңлап торған ритмик тауыштар сығарҙы. Минең күҙ бармаҡтарҙа... Бына уймаҡ кейгән етеҙ бармаҡтар батмустың әйләнәһен ситләп әкрен генә хәрәкәт итә башланылар ҙа, бер әйләнеш яһағас, туҡтап ҡалдылар, унан батмустың уртаһына һикереш яһанылар. (Бармаҡтар хужаһы, Гәүһәр еңгә, ғүйә, мандолинаның ҡылдарын көйләй). Батмустың дәртле зыңғырлауына ҡушылып еңгә таҡмаҡтарын әйтә башланы:
Кәзә һөтө ҡуйы була,
Ҡаймаҡ була ла ҡуйа.
Их үҙемдең еңгәкәйем
Өҙә баҫа ла ҡуйа.
«Эйе шул, шулай шул, бейемәйсә булмай шул», - тип таҡмаҡлап Мәрйәм еңгә бейергә төштө.
Иҫке шырпы ҡабы,
Яңы шырпы ҡабы.
Төш тә бейе, төш тә бейе
Батмус сиртермен тағы.
Был юлдарҙы уҡығас, йәшерәктәр, сәй эскәндә кем йырлай, бейей инде, тип, ғәжәпләнер бәлки.
Эйе, таҡмаҡ әйтә лә, бейей ҙә инеләр. Халыҡ йырҙары ла ошо хәлде иҫбатлай.
«Эй, бал эскәндә кем йырламай
Сәй эскәндә йырлау бик зарур».
Мин шулай уйлайым: һуғыш йылдарындағы, һуғыштан һуңғы осорҙа күңелдәренә ултырған юшҡынды таҡмаҡ, бейеү менән йыуырға тырышҡандарҙыр әсәйҙәребеҙ, әбейҙәребеҙ. Был үҙенә күрә, хәҙергәсә әйткәндә, таҡмаҡ һәм бейеү терапияһы булғандыр.
Батмус сиртеүсегә эйәреп, таҡмаҡ әйтешеп алғас, йома сәйен сәйләүселәрҙең хәбәрҙәре бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтты.
– Рәхмәт инде хөкүмәтебеҙгә, беҙҙең хаҡта хәстәрләй. Бынау пинсийәһен әйт әле. Ай һайын һигеҙ һум килтереп торалар. Уға бит бер тоҡ простамул он алып була. 2 кило шәкәр алырлыҡ аҡса ҡала әле. Рапкуп (рабочая кооперация) тәм-томон, ярмаһын, макарунын, сәйен ваҡытында килтерә.
Йылдар имен торһон, балаларға беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын инде.
– Амин, ауыҙыңа бал да май, тормошобоҙ яҡшырҙы, етеш йәшәйбеҙ хәҙер, Аллаға шөкөр.
Шулайыраҡ кутәренке рухта тамаланды әсәйемдең сәй мәжлесе.