Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
16 Февраля 2021, 07:58

Оҙон сәс кәрәкмәй

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ

Рәмил ағайым 8-се класты бөткәс Учалы ҡалаһындағы ГПТУ-45 училищеһына иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡырға китте. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында клеш-салбар (яҫы киң балаҡлы), иңбашҡа тиклем сәс үҫтереү егеттәр араһында модаға инә башлағайны.
1 май байрамына ағайым ҡаланан нәҡ шул ҡиәфәттә ауылға ҡайтты – киң балаҡлы салбар, оҙон сәс. Ағай-еңгәләр ағайҙан көлөү генә түгел, сәсеңде алдырмаһаң, ҡыҙыл бантик үреп урам буйынса йөрөтәсәкбеҙ, тип мәрәкәләнеләр.
Икенсе көнөнә, Рәмил ағай ихаталарының ҙур ҡапҡаһын асып ҡуйып, бөтә ғәләмгә күрһәтеп сәсен таҡыр баш ҡалғансы алдыртты. Бына шулай, элек егеттәр ололарҙың әйтеүенә ныҡ ҡолаҡ һалалар ине.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас