Учалы эске эштәр бүлегенә Белоретта йәшәгән һәм таксист булып эшләгән ҡатын мөрәжәғәт итә, тип белдерҙеләр БР буйынса эске эштәр министрлығынан. Уны төнгө ваҡытта бер йәш ир Белореттан Учалыға алып барырға яллай. Юл ыңғайы автомобилде туҡтаттырып ситкә алып бара, водитель ҡатынды көсләй. Һуңынан, адрес буйынса алып барып еткергәс, 7 мең һум тирәһе аҡсаһын да талап ала. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, был әҙәм аҡтығы шул уҡ көн Өфөгә сығып китә, ниндәйҙер йомошон йомошлап кире районыбыһ үҙәгенә килә һәм полицейҙар ҡулына эләгә.
Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, таксист ҡатынға 35 йәш. Ә уға һөжүм иткән бәндәгә – 28 йәш ( полиция хәбәрнамәһе буйынса - 30 йәш), Учалы ҡалаһынан булһа ла, даими рәүештә Екатеринбургта көн күрә, ти.
РФ Енәйт кодексының өс статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған - 131-се статьяның 2-се өлөшө (көсләү), 162-се статьяның 2-се өлөшө (юлбаҫарлыҡ) һәм 166-сы статьяның 4-се өлөшө ( урлауһы маҡсат итмәйенсә транспорт ҡыуыу).
Анһат ҡотола алмаясағы алдан билдәле!
Фотографиялар БР буйынса эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығы сайтынан алынды.