Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2021, 07:11

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ

Нисек тәмәке ташланым....

Нисек тәмәке ташланым
1967 йыл. Миндәк урта мәктәбенең 5-се синыфында уҡып йөрөгән саҡ. Ғәлиәхмәрҙән 6 саҡрым йөрөп уҡыйбыҙ. Буфетта тамаҡ ялғарға тип әсәй көн һайын 20 тин бирә. Беҙ, Мөнир класташ менән (бөгөнгө көндә мәрхүм) ашауҙан аҡса арттырып, “Первомайские” тигән фильтрлы сигарет һатып алдыҡ. Ҡайтҡанда ҡыҙҙарҙан артта ҡалып, тәмәке көйрәтәбеҙ. Бер көн ҡыҙҙар еткергәндәр әсәйгә был ҡылығыбыҙ тураһында. Өйгә инер алдынан тәмәкене тышта йәшергәнде әсәй күреп тә торған. Сәй эсеп, ашап алғас, мине ихатаға саҡырып сығарҙы. Мин ни булғанын аңлап та өлгөрмәнем, ауыҙыма бер түгел, ике сигарет ҡаптырҙы , тоҡандырҙы.
-Давай, тарт, атайың ер аҫтында эшләп тапҡан аҡсаны төтөнгә осороп йөрөйһөң икән! – тип әрләй мине. Эйе, атайым Миндәк шахтаһында проходкалаусы булып бил бөктө. Әсәйем ирешеү менән генә сикләнмәне, кинәттән тәмәкене янған осо менән иренемә баҫты.
Бер аҙна тирәһе изаланым яранан. Йоҡонан торғанда өҫкө һәм аҫҡы ирендәр йәбешкән була, ауыҙҙы асһаң, ҡанай башлайҙар. Шул ваҡиғанан һуң тәмәкене ауыҙға ла алманым, ҡаты булһа ла, үтә аңлайышлы һабаҡ биргәне өсөн әсәйемә рәхмәтлемен. Юғиһә байтаҡ тиңдәштәрем тәмәке менән мауығып, һаулыҡтарын ныҡ ҡаҡшатты бит.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас