Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
18 Февраля 2021, 08:26

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ

Нисек имеү ташлағанмын

Нисек имеү ташлағанмын
Мин донъяға килгәс тә, әсәйем бруцеллез менән ауырый башлаған. Шуға ла табиптар күкрәк һөтө имеҙеүҙе тыйғандар. Шуға ла Көсөк ауылынан Әсмә әбейемдең күкрәк һөтөн Рәсих ағайым менән бергә имгәнбеҙ. Аҙаҡ миңә шешәгә имеҙлек ҡуйып бирәләр. Шул бәләкәй шешәне ҡосаҡлап, өйҙә лә, тышта уйнағанда ла тик һөт, шәкәрле һыу йә сәй һемереп йөрөр булғанмын. Бер нисек тә ташлата алманылар. Берҙә шул имеҙлекле шешәне тотоп урамда торам. Кәйүм бабай эштән ҡайтып килә.
-Улым, асығып ҡайтып барам, миңә лә һөттө ауыҙ иттерәңме? – тип һүҙ ҡушты. Мин ни, уныһын-быныһын уйлап торманым, оло кеше әйткәнде тыңланым. Ә Кәйүм бабай минең күҙ алдында эсеп бөттө лә, Әлтәф олатайҙарҙың текмәһе мөйөшөндә ятҡан ташҡа шешәмде яра һуҡты, шунан үҙ эштәре менән сығып китте. Мин өйгә илап ҡайтып киттем. Икенсе көнөнә имеҙлекле шешә һорап ҡаңғыртманым. Ташланым был ғәҙәтте.
Тик әлегә тиклем Кәйүм бабайҙың ҡылмышын аңлай алманым. Әллә ололар алдан килешеп башҡарған сценарий булдымы, әллә башҡа сәбәпме? Күпме генә һорайһы килһә лә, аҙаҡ Кәйүм бабайҙан был хаҡта ҡыҙыҡһынырға оялдым. Нисек кенә булмаһын, мин уға рәхмәтлемен –ошо рәүештә бала ғәҙәтәнән ташлатылмаһам, мәктәпкә лә йәшерен рәүештә имеҙлекле шешә йөрөткән булыр инем буғай. Һис тә үпкә юҡ, Кәйүм бабай!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас