Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүселәр арта бара, тип белдерҙе "Башинформ" агентлығы. Уҙған аҙнала 8 февралдән 14-енә тиклем 27 052 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда үҫеш – 10,5%, тип хәбәр итте Роспотребнадзор. Өфөлә 8 328 кеше сир йоҡторған.
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткесе эпидемиологик сиктән 18,9% юғары. Башлыса өлкәндәр ауырый. Сирлеләрҙең яҡынса 55% балалар тәшкил итә.
Ҡоторған вирус, коронавирус та әлегә сигенергә йыйынмай.
Пандемия башланғандан алып республикала 238 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала бөтәһе 27 меңгә яҡын сирле асыҡланған. Уларҙың 153-ө – уҙған тәүлектә.
«Әле 255 кеше – стационарҙа, 5,2 меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 22-һе – ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Бынан тыш, тәүлек эсенлә төбәктә 161 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, 98 кеше һауығып сыҡҡан».
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!