Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
19 Февраля 2021, 05:58

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ

Бәкегә алыштырҙым

Бәкегә алыштырҙым
Ғәлиәхмәрҙә беҙгә күрше булып Атаулла олатай йәшәне. Ҡыҙы Рәйсә апай Сәнсәр ауылынан Фәнсәф ағай Вәхитовҡа кейәүгә сыҡты. Ул ҡайныһына килгән һайын, атына бесән һалған булып, еҙнәнән 6 йәпле бәке һорап ҡаңғыртам. Ул ошолай яуапланы: “ Атайыңдың сана табаны тимерен ысҡындырып ҡуй. Мин бәкене шул тимергә алмаштырырға ғына риза”. Ышандым, атай өйҙә юҡ саҡта ат санаһының тимерен дуҫ малайҙар менән ысҡындырҙыҡ, йәшереп ҡуйҙым. Икенсе килгәнендә Фәнсәф еҙнә өр-яңы алты йәпле бәке тотторҙо миңә. Мин дә, алдан килешкәнсә тимер табан һуҙғайным, көлөргә тотондо: “Был бит шутка ине! Тимерҙе урынына ҡуй”, - тип ҡайныһының өйөнә кереп китте. Сана табанын кире ҡуйыу ҡутарыуға ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ булды, ярар ҙа өлкән ағайҙарым ярҙам итте.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас