Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2021, 06:00

Башҡорт телен яратайыҡ, данлайыҡ, күтәрәйек!

Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөнгө көндә республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә, пропагандалауға ҡарамаҫтан, туған телендә һөйләшеп барырға ашыҡмайҙар. Был нилектән килә?

Халыҡ-ара туған тел көнөнә
Башҡорт телен яратайыҡ, данлайыҡ, күтәрәйек!
21 февраль - һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел - халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың - иле бар” тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән тығыҙ үрелгән. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған бөгөнгө көндә.
Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40 процентына яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көнө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөнгө көндә республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә, пропагандалауға ҡарамаҫтан, туған телендә һөйләшеп барырға ашыҡмайҙар. Был нилектән килә? Балаларға ғаиләлә телде өйрәтмәүҙәнме, башҡорт телендә аралашырға оялыуҙанмы, әллә телебеҙҙең модалы булмауындамы сәбәп? Был һорауҙарға яуапты һәр кем үҙенсә бирер һәм үҙенсә хаҡлы ла булыр. Әлеге мәҡәләлә беҙ башҡорт телен белмәүсе башҡорттарҙы ғәйепләүҙе маҡсат итеп алмайбыҙ. Һүҙебеҙ бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Милләттәре буйынса рус булып та, башҡорт телендә иркен аралашыусы, фекер йөрөтөүсе егет һәм ҡыҙ менән таныштырырға теләйбеҙ.
Анастасия Герасимова, алдан билдәләүебеҙсә, рус милләтенән. Ҡалалағы 1-се Башҡорт лицейының 10-сы класында белем ала. Яҡшы уҡый, ҡыҙыҡһыныусан бала. Күптән түгел башҡорт теле буйынса уҙғарылған төбәк-ара олимпадала призлы урын яулаған.
- Бала саҡта Илтабан ауылында йәшәнек. Балалар баҡсаһында мин - русса, ә балалар башҡортса һөйләшә ине. Ҡалғандарға эйәреп, мин дә телде үҙләштерҙем, башҡортса һөйләшергә өйрәндем. Шулай уҡ әсәйем миңә телевизорҙы ҡабыҙып, “Сәңгелдәк” тапшырыуын ҡарата торғайны. Эй оҡшай торған ине миңә ундағы әкиәттәр! Донъямды онотоп, бирелеп ҡарай инем. Моғайын, телгә һөйөү, уны ныҡлап өйрәнергә теләү тап шул осорҙан киләлер, - тип, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Анастасия.
Герасимовтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Настяның ике апаһы бар, улар ҙа башҡорт телен белә, һөйләшә. Был тәңгәлдә ҡыҙҙарҙың әсәһе, сығышы буйынса Илтабан ауылынан булған Гүзәл Ҡунаҡбаеваның ролен билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр кеүек, сөнки телгә һөйөү нәҡ ғаиләлә һалына бит. Артабан инде мәктәп. Ә барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, 1-се Башҡорт лицейының исеме есеменә тап килә. Был уҡыу йортонда айырым милли мөхит хөкөм һөрә. Мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар башҡорт телен ысын мәғәнәһендә популяр итеү өҫтөндә тырышалар, төрлө саралар уҙғаралар. Әйтәйек, милләтебеҙҙең ағинәйе, абруйлы педагог Мәрйәм Бураҡаева 1-се Башҡорт лицейының даими ҡунағы һанала. Сараларҙа ғына түгел, көндәлек дәрестәргә лә уҡыусыларҙың милли кейем элементтарында килеүе - түшелдерек, ҡашмау тағып, түбәтәй кейеп, йә булмаһа башҡорт яулығы ябыныуҙары бында ғәҙәти күренеш.
Бала күңелен теге йәки был телгә йәки фәнгә ылыҡтырыуҙа уҡытыусының роле ифрат ҙур. Бына 20 йыл инде башҡорт теленән уҡытыусы Гөлсинә Мөхтәр ҡыҙы Ғәбитова ла Анастасия Герасимованың күңелендә телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны яҡшылап өйрәнеү теләген уята алған.
- Настя был олимпиадаларҙа тәүләп кенә ҡатнашмай. 7-се кластан алып үҙен һынай. Шул осорҙан алып йыл һайын йәғни 7-се, 8-се, 9-сы кластарҙа, мәктәп һәм муниципаль этаптарҙа еңеү яулай килде. Башҡорт телен ул, ысынлап та, теләп өйрәнә. Шуға материалды үҙләштереүгә ваҡытын йәлләмәй.
Беҙ ҡатнашҡан республика олимпиадаһы өс этаптан торҙо. Тәүгеһендә балалар тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Икенсе этапта аудиояҙма тәҡдим ителде. Һуңынан ошо текст буйынса һорауҙарға тулы яуап бирергә кәрәк ине. Өсөнсө һынауҙа иһә ике бала тәҡдим ителгән темаға диалог ҡорҙо. Беҙгә “Башҡортостан спорсылары” тигән тема тура килде. Шул рәүешле балаларҙың аралашыу кимәле тикшерелде. Был һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә Настяға йылдар буйына килгән әҙерлек ярҙам иткәндер, тип уйлайым, - тигән фекерҙә Гөлсинә Мөхтәр ҡыҙы.
Анастасия Герасимова төрлө яҡлап үҫешеүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған. Мәҫәлән, экология буйынса уҙған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк олимпиадаһында ла ул призлы урын алыуға өлгәшкән. Ҡыҙыҡай билогия фәнен бик ярата. Киләсәктә тормошон фән юлына бағышларға - генетика менән шөғөлләнергә иҫәп тота.
1-се Башҡорт лицейының 9-сы класында белем алыусы Дмитрий Александров та ошо уҡ олимпиадала призлы урын алған. Егет башҡорт телендә иркен аралаша. Биргән һорауҙарҙы аңлай, улай ғына ла түгел туған телебеҙҙә фекерләй, анализлай белә.
- Әсәйем Айгөл Айтуған ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Беҙ ғаиләлә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Шуға ла телде яҡшы беләм, - ти Дмитрий.
Уҡытыусыһы, хеҙмәт стажы 25 йылдан ашҡан тәжрибәле педагог Рәзилә Баймөхәмәт ҡыҙы Аллаярова уҡыусыһы хаҡында бына нимәләр һөйләй: “Дима әле 6-сы класта уҡыған ваҡытта уҡ Белорет районында үткән Яныбай Хамматов ижадына арналған конкурста эҙләнеү эше башҡарып беренсе урын яулағайны. Тырыш егет, маҡсатына ирешеү өсөн бар көсөн һала. Класташтары араһында абруйы ҙур, иптәштәре уның әйткәненә ҡолаҡ һалалар, тыңлайҙар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа Дима 7-се кластан алып ҡатнаша. Әйткәндәй, уның апаһы Светлана ла телебеҙҙе яҡшы белә. 2013 йылда ул республика ярышында беренсе урын яулағайны”.
Егеттән олимпиада хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорайбыҙ.
- Дөрөҫөн әйтәм, ныҡ ҡыйын булды. Әҙерлек ваҡыты ла еңелдән түгел ине. Күпме материалды, әҫәрҙәрҙе уҡырға, ятларға тура килә - һәр береһе лә быны булдыра алмайҙыр, тип уйлайым. Уҡытыусым Рәзилә Баймөхәмәт ҡыҙы менән шулай ҙа беҙ барыһын да булдыра алдыҡ! - ти егет ҡәнәғәт йылмайып.
Дмитрий Александров башҡортса китаптар уҡырға ла ярата. Иң яратҡан яҙыусыһы - Мостай Кәрим, күңеленә яҡын әҫәре - “Беҙҙең өйҙөң йәме” (әҫәр буйынса төшөрөлгән нәфис фильм да оҡшаны, ти). Киләсәктә тормошон физика фәне менән бәйләргә иҫәп тота. “Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, ниндәй өлкәлә эшләһәм дә, өйләнгәс, минең балаларым башҡорт телен мотлаҡ беләсәк, өйрәтәсәкмен!” - тип үҙ-үҙенә һүҙ биреп тә ҡуйған егет.
Бына ошондай маҡсатлы йәштәр менән осрашып, рәхәтләнеп аралашырға яҙҙы беҙгә. Уларҙың ата-әсәһенә, уҡытыусыларына ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.
Эйе, Учалы уҡыусылары булдыра, һынатмай. Мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл ҡала-районыбыҙҙан һигеҙ уҡыусы төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада

еңеүселәрен ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! 2021 йылдың 21 ғинуарынан 23-өнә тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабында 700- ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Республика уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белемдәре буйынса өс көн дауамында көс һынаштылар. Абруйлы жюри башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыларҙы асыҡланы. Иң-иңдәр араһында беҙҙең район уҡыусылары ла бар. Бына улар - Ҡунаҡбай урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Юлиә Шаһиева (уҡытыусыһы Г.М. Зарипова), Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Камила Ғәниева (уҡытыусыһы Г.А. Хәкимова), 9-сы класс уҡыусыһы Лилиә Ғәлимова (уҡытыусыһы М.Д. Мөрсәлимова), Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Димитрий Александров (уҡытыусыһы Р.Б. Аллаярова), 10-сы класс уҡыусыһы Анастасия Герасимова (уҡытыусыһы Г.М. Ғәбитова), Рысай урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айлина Мәҙйәрова (уҡытыусыһы Г.Б. Әхмәтйәнова). Улар юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, төбәк-ара олимпиаданың призерҙары булдылар.
Илсе урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Әҙилә Хәлилова (уҡытыусыһы Р.Т. Солтанова), Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Инга Щерба (уҡытыусыһы Р.У. Ғәниева) олимпиада һөҙөмтәләре буйынса махсус приздарға лайыҡ булдылар. Башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ! Уларҙы һынауҙарға әҙерләгән уҡытыусыларға ла афарин! Барығыҙға ла рәхмәт! - тип сәләмләне даланлы һәм ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын Зилә Ғизетдин ҡыҙы.
Тел - кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй. Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала. Берүк хыянат итмәйек әсә теленә. Башҡорт телен яратайыҡ, данлайыҡ, күтәрәйек!
Читайте нас