Хеҙмәт эшмәкәрлеген
1950 йылда Учалы районының «Еңеү» колхозында ат ҡараусы-көтөүсе булып башлай, биш йылдан тракторсы булып китә. 30 йылдан ашыу Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозында механизацияланған отряд бригадаһын етәкләй, хеҙмәт алдынғыһы була — өс йыл рәттән (1968—1970) республика һабансылар ярышында I урын яулай.