Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
20 Февраля 2021, 17:25

Коронавирус ҡорбандары арта

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы өс кешенең ғүмерен ҡыйған.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы өс кешенең ғүмерен ҡыйған. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирустан 248 кеше вафат булған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Оператив мәғлүмәт буйынса, уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 148 осрағы раҫланған, һәм, киреһенсә, 192 кеше һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан бирле республикала йәмғеһе 27,4 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
Әле 282 пациент – дауаханала, биш меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр 159-ға еткән, шул уҡ ваҡытта 138 кеше һауығып сыҡҡан.
"Башинформ"
Читайте нас