1919 йылдың апрель урталарынан алып майҙың аҙағына ҡәҙәр Муса Мортазин полкы менән Белорет ҡалаһында була һәм полкына төбәктәге башҡорт һалдаттарын туплай башлай. Шул уҡ йылдың июнь башында полк
Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә, бында 15 көн тирәһе әҙерлек үтә, һалдаттар һәм ҡоралдар менән тулыландырыла. 1919 йылдың июнендә был полк нигеҙендә Муса Мортазин тарафынан 4000 самаһы кешенән торған
Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы ойошторола. Мортазиндың бригадаһы 10 июлгә тиклем
Ағиҙел буйында һаҡта тора. 1919 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армия һөжүмгә күскәс,
А. В. Колчак командованиеһы күпме генә уларға ҡаршы сығырға, тип бойороҡтар бирһә лә, Муса Мортазин ҡыҙылдарға артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәй сигенә йә булмаһа бәреләштән тайпыла. 5-се корпус командиры генерал Эллерс-Усов саҡырыуы буйынса, 8 августа Мортазин корпустың штабы урынлашҡан
Әбйәлил ауылына килә. Бында улар араһында низағ барлыҡҡа килә, Мортазин генералды револьверҙан яралай. 9 августа үҙенең бригадаһы менән килеп, корпус штабының канцелярияһын, арсеналынан 3000 мең винтовкаһын алып китә. 1919 йылдың 17 авгусында мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу маҡсатында корпус командиры генерал
Бакич Муса Мортазинды үҙенә саҡыра. Әммә 18 августа Башҡорт кавалерия бригадаһы
Березовка ауылы эргәһендә корпустың ике полкын туҙҙырып, штабын баҫып ала. Был осорҙа
Башревком вәкиле
Таһир Имаҡов Мортазинға килә һәм бригадаһы менән ҡыҙылдар яғына кире сығыу хаҡында һөйләшеүҙәр башлай. 1919 йылдың февраль-мартындағы ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн, Муса Мортазин Ҡыҙыл Армия яғына сығыу өсөн ҡәтғи шарттар ҡуя
[12]: