Атайымдың туғаны Фәриҙә апайым Сәнсәр ауылынан Лиф еҙнәгә кейәүгә сығып, матур итеп “ҡыҙыл туй” үткәрҙеләр. Апайымды оҙатырға ла ваҡыт етте. Йыйылған әйберҙәрен һандыҡҡа тултырып, оҙатыу йолаһын үткәрә башланылар. Һандыҡты санаға ултыртҡас, мине балаҫ ябылған һандыҡҡа ултыртып, Сәнсәргә, апайымдың ҡайны-ҡәйнә йортона әүрәтеп алып киттеләр.
-Барып еткәс һандыҡ өҫтөнән төшмә, һиңә матур күлдәк, тәмлекәстәр бирергә тейештәр, - тип тә аңлаттылар. Ҡоҙаларға барып еткәс, мине кемдер һандыҡ өҫтөнән күтәреп алмаҡсы булды. Мин ни, һандыҡҡа сарт йәбештем, күлдәк бирегеҙ, тип илайым. Ҡайҙандыр йәһәт кенә шаҡмаҡлы, муйынында ике төймәле йылы күлдәк һәм тоҡсайы менән тәмлекәстәр тотторғас ҡына, бирнә һандығынан һикереп төштөм. Ошо бәләкәй генә ваҡиға күңелемдә йылы хәтирә булып һаҡлана – кесе малайға ла оло кеселек күрһәткәндәр бит хөрмәтле ҡоҙалар.
Еҙнәм менән апайым оҙон-оҙаҡ бергә татыу йәшәнеләр. Лиф еҙнә баҡыйлыҡҡа киткән инде әлеге көнгә, ә апайым улдары ҡарамағында тормош көтә. Тиҙҙән 86 йәше лә тула, иншаллаһ!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы