Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
20 Февраля 2021, 06:30

Сир әкренләп сигенә

Юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Бөгөн коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса республика оператив штаб ултырышы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 2021 йылдың 11 мартына тиклем ғәмәлдә ҡала.
Эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрен Рәсәйҙән ситкә һәм коронавирус сире йәһәтенән хәүефле төбәктәргә командировкаға ебәреүҙе, шулай уҡ сит ил граждандары ҡатнашлығында саралар уҙғарыуҙы кисектереп тороу тәҡдиме ғәмәлдән сығарылды.
Мәғариф ойошмаларына ауырыған (тән температураһы юғары булған, йүтәлләгән, тыны ҡыҫылған) уҡыусыларға һәм хеҙмәткәрҙәргә инеү тыйыла.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас