Яйыҡ
+21 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2021, 07:05

Тағы ла юл ҡорбандары

"Лада Гранта" менән "Toyota Highlander" еңел автомобилдәре бәрелешкән.

Бөгөн Ира - Магнитогорск трассаһында, Берҙәш ауылынан ун километр алыҫлыҡта, "Лада Гранта" менән "Toyota Highlander" еңел автомобилдәре бәрелешкән.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса ике машинала алты кеше була, уларҙың береһе үлгән, өс кеше йәрәхәтләнгән. Улар араһында бала ла бар. Ике кеше зыян күрмәгән. "Лада Гранта" автомобиленән үлгән ҡатындың кәүҙәһен саҡ һөйрәп сығарғандар.
Читайте нас