Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2021, 04:17

Байрам менән, аҡ халатлы йә күк кейемле "фәрештәләр"!

Бөгөн - Рәсәйҙә фельдшерҙар көнө.

Һүҙ ҙә юҡ, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре лә кәрәк. Әммә фельдшерҙар айырым урын биләүҙәре бәхәсһеҙ - тап улар "Ашығыс ярҙам" автомобилдәрендә, ауыл фельдшер-акушер пункттарында бәләгә ҡалған, кинәттән ҡаты сирләп киткән кешегә беренсе булып ярҙам күрһәтәләр. Үҙегеҙ, яҡындарығыҙ һис тә ауырымағыҙ, ҡоростай һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ һеҙгә ихлас күңелдән!
Читайте нас