Ҡаланың 5-се мәктәбендә уҡыусылар араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сафта йөрөү смотры һәм йыр конкурсы уҙҙы.
Конкурсты абруйлы жюри баһаланы. Уның составына 24-се янғын-ҡотҡарыу бүлексәһе командиры Марат Мөниров, караул начальнигы ярҙамсыһы Заур Камалов, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Геннадий Рябков инде.
Сара барышында уҡыусылар берҙәмлек, татыулыҡ, тәртип, бер төптән эш итеү кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөндөләр. Ир-егеттәр һөнәрҙәре хаҡында фекер алыштылар. Смотр-конкурс балаларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән бик фәһемле һәм отошло булды.
Фото мәғариф бүлеге сайтынан