Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
22 Февраля 2021, 09:10

Олоғайғас

Олоғайғас ниңә ағара икән,Бөҙрәләнеп торған, ҡара сәс ?Зифа буйы ниңәлер, ҡалыная,Ниңә ағара, матур, ҡыйғас ҡаш?

Олоғайғас ниңә ағара икән,
Бөҙрәләнеп торған, ҡара сәс ?
Зифа буйы ниңәлер, ҡалыная,
Ниңә ағара, матур, ҡыйғас ҡаш?

Нескә билең ҡалынайып китә,
Матур тештәр ниңә ҡойола?
Улай ғына түгел хатта буйың ,
Ниңә шулай бераҙ ҡыҫҡара?

Элек йүгереп йөрөһәң, хәҙер бит һин,
Һалма ғына итеп атлайһың,
Хәтер яғы ла бит, бик үҙгәрә,
Нимә кәрәген дә онотаһың.

Көҙгө яндарынан үткән саҡта,
Ҡарамайһың туҡтап үҙеңә.
Ниңә олоғайғас бар нәмә лә,
Һиҙелерлек итеп үҙгәрә?

Әйҙә инде үҙгәрһә, үҙгәрһен!
Ул бит беҙҙән генә ҡалмаған.
Тик ҡыҙғаныс, күп кешегә шулай,
Ғүмер юлын күреү яҙмаған.

Иҫән - имән булып етһәк ине,
Ғүмеребеҙҙең алтын көҙөнә .
Яҙһын ине һуңғы көнгә ҡәҙәр,
Үҙебеҙ атлап,үҙебеҙ йөрөргә.

Фидания Баширова - Мотыгуллина.
Фото: zen.yandex
Читайте нас