Яйыҡ
+20 °С
Ясно
Новости
22 Февраля 2021, 08:22
Тағын да кеше ҡорбаны
Ҡорамала – фажиғә
Ҡасан үләгне лә теүәл генә билдәле түгел әлегә.... Ҡорама ауылында бер ҡатын - күршем 3 көндән ашыу ваҡыт тышҡа сыҡҡаны юҡ, тип хәбәр итә. Шлак ҡатнашмаһынан ҡоролған күп фатирлы йорт тураһында һүҙ бара. Эске эштәр бүлегенең участка инспекторы килеп ҡараһа – фатир эсендә 1951 йылғы ирҙең мәйете табыла. Өй эсендә төтөн, ти, диван янған , стена-түшәмдәрҙә - һөрөм. Яҡташыбыҙ төтөнгә тонсоғоп үлгән, тип фараз итергә мөмкин. Тикшереү бара, фажиғәнең хәл-шарттары асыҡлана.
Фотолар Учалы район-ара надзор бүлегенең сәхифәһенән алынды -
https://vk.com/id579366694
Ут менән һаҡ булығыҙ, яҡташтар, яҡындарығыҙҙың хәлен белеп торорға ла онотмағыҙ!
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"