Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
23 Февраля 2021, 05:30

Ҡаһиров Рамай Рәйес улы, шағир, яҙыусы

"Дембель альбомынан"

1980 - 1982 йылдарҙа миңә Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә насип булды. Беҙ, Учалы районынан утыҙлаған егет, Мәскәү өлкәһенең, Одинцово районының, Голицино ҡасабаһында урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт иттек. Эргәбеҙҙә генә , Высшее военно - политическое Краснознаменное пограничное училище им. К. Е. Ворошилова урынлашҡайны. Унда хатта Кубанан, Монголиянан курсанттар уҡыны. Улар менән аралашыу, ял көндәрендә курсанттар менән футбол уйнап ярышыу - үҙе бер тарих инде. Ярты йыл учёбканан һуң, беҙҙе, СССР -ҙың сик буйҙарын һаҡлар өсөн төрлө отрядтарға, заставаларға оҙаттылар. Әлегәсә хеҙмәттәштәрем менән осрашып - күрешеп торабыҙ. Тыуған илеңә хеҙмәт итеү - үҙе бер ғорурлыҡ ул!
Рамай Ҡаһир
Читайте нас