Яйыҡ
+23 °С
Дождь
Новости
23 Февраля 2021, 05:39

Ирек Шамил улы Ноғоманов, популяр йырсы.

"Дембель альбомынан".

Өс әрмелә булдым

-1991 йыл әрмегә саҡырылдым. Белоруссияла “учебкала” әҙерлек үткәс, “Плесецк” космодромында, ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәтте дауам иттем. Советтар Союзы тарҡатылған саҡ, шуға ла беҙҙең ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Башта Совет армияһына саҡырылдыҡ бит инде, һуңынан, СССР бөткәс, украин, үзбәк һалдаттарын үҙ илдәрендә хеҙмәт итергә ҡайтарып ебәрҙеләр. Беҙгә иһә – һеҙ хәҙер БДБ (русса – СНГ, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе) һалдаттары, тип иғлан иттеләр. Ә ике йыл хеҙмәтте тултырғас РФ Ҡораллы көстәре хәрбиҙәре дәрәжәһендә ҡайттыҡ.
Шулайтып беҙ ике йыл эсендә өс илдең армияларында хеҙмәт итеп өлгөрҙөк:)
Был дәүерҙе һис тә үкенес менән хәтерләмәйем тип әйтер инем,әммә шулай ҙа үкенес бар. "Дембельды" көтөп зарыҡҡансы, шул мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк икән.
Әйтәйек унда спорт менән шөғөлләнеү һәм ошо шөғөлдө мейегә һеңдереү(привычкаға индереү) өсөн иң уңайлы урын. Шуның менән файҙаланырға кәрәк.
Тик күптәребеҙ уны ҡайтҡас ҡына аңлайбыҙ.
Ирек Ноғоманов
Читайте нас