Бөгөн Учалы ҡалаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантана булды. Тәүҙә митинг уҙғарылғас, Дан стелаһына сәскәләр һалынды.
Көн һыуыҡ, буран булыуға ҡарамаҫтан, Ватан һағында тороусыларҙы тәбрикләргә, илен һаҡлап һәләк булыуысыларҙы иҫләргә халыҡ күпләп йыйылды.
Рәил Кәлимуллин фотолары.