Яйыҡ
+15 °С
Дождь
Новости
24 Февраля 2021, 11:50

Алдағы көндәрҙә һыуыҡ була

Тағы ла һыуыҡтар буласаҡ әле

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле гидрометеорология күренеше тураһында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәте буйынса, төбәктә һауа температураһы төндә -35 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә -24,-29, урыны менән -30,-35, көндөҙ -18,-23 градус.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында 2-4 саҡрымдан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал.
Читайте нас