Яйыҡ
+34 °С
Ясно
Новости
24 Февраля 2021, 10:15

Был донъяла ниҙәр бар?

Колумнистика

Үҙең ярлы булһаң да, туғаның бай булһын, тип әйтәләрме әле? Ватандаш олигархтар өсөн булһа ла ҡыуанып ҡуяйыҡ. “Forbes “ журналы мәғлүмәттәре буйынса, “Норникель” компанияһы хужаһы Владимир Потанин тарихи рекорд ҡуйҙы – байлығы бөгөнгө көндә 30 миллиард долларға баһалана ( беҙҙең аҡсаға бөтөнләй аңларлыҡ булмаған дәрәжәләге сумма - 2 триллион 200 миллиард һум самаһы). Яҡын көндәштәре лә унан күп ҡалышмай: Алексей Мордашев – 28,4, Владимир Лисин – 26 миллиард долларлыҡ байлыҡҡа эйә, ти.
Натрий хлориды иретмәһе (физраствор) - барыһына ла билдәле, файҙалы һәм осһоҙ препарат. Ҡытайҙа 80 кешенән торған банда нәҡ шул иретмәне үтә ҡиммәт хаҡҡа һатып байыуы асыҡланды. Баҡһаң, коронавирусҡа ҡаршы вакцина, тип алдап һаталар. Ҡулға алынғандар, Ҡытайҙа мут бәндәләр менән әпәкәй-сәпәкәй тип тормайҙар бит. Уяу булығыҙ, пандемия мәлендә был өлкәлә мутлашып кәсеп итеүселәр артыуы ихтимал. Айырым осраҡта ялған дарыу һатыусылар тауарҙары файҙаһыҙ йә заралы икәнлеген үҙҙәре лә белмәүе мөмкин. Бына, Башҡортостандың бер ҡалаһында беҙгә лә таныш ҡатын әжәл дарыуына тиң ниндәйҙер нано-бальзам һатып кәсеп итә ине. Үҙе шәкәр диабеты менән ауырып та, бальзамына шул тиклем ышанған, табиптар ҡушҡан дарыуҙарҙы эсеүҙән бөтөнләй баш тартҡан, тип ишеттек. Урта йәштәргә саҡ етеп гүр эйәһе булды.....
Киров өлкәһендә закон индерелде - нисә эт һәм бесәй тотоуға рөхсәт кешенең торлаҡ майҙанынан сығып билдәләнә. Хайуандарҙы балалар, спорт майҙансыҡтарында йөрөтөү ҙә тыйылды. Бик дөрөҫ, юғиһә аҡылдан яҙа башлаған ҡарсыҡтар фатирҙа тотош “бесәй фермалары” булдырыуҙары сер түгел . Тик бына был инициативаға РФ Дәүләт Думаһының Экология һәм тәбиғәтте һаҡлау комитеты рәйесе Владимир Бурматов ризаһыҙлығын белдерергә ашыҡты, йәнәһе лә, “....йәрәк булһа, майҙан табыла ул!”, ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыуҙы талап итте. Бына ошондай “эт йәнле” кешеләр закондар менән шөғөлләнгәс, урамдарыбҙҙа берәҙәк эттәр туҡтауһыҙ ишәйәлерҙер. (Владимир Владимирович беҙгә күрше тиерлек – сығышы менән Златоуст ҡалаһынан). Атыу-ағыулау ҡәтғи тыйылды, шул уҡ ваҡытта закон менән талап ителгән приюттарҙы ойоштороу мәсьәләһе йүнләп хәл ителмәй.... Һөҙөмтәлә ауылдарыбыҙ урамдары буйлап йәйәү үтеүе лә ҡурҡыныс хәҙер, үҙҙәрен һәләк тә баҫҡынсыл тотҡан эттәр туп-тулы. Нисә кешене талап үлтергәндән һуң власть органдары был проблемаға етди иғтибар бирә башлар икән?
Сыктывкар ҡалаһынан Алексей Иванов атлы егеттең тәүге ҡылығын бер нисек тә аҡларға йыйынмайбыҙ – рәхсәт ителмәгән митингыла ҡатнашҡан була. Ә бына артабан үҙен, беҙҙең ҡарамаҡҡа, бик тә лайыҡлы тота. Полицейҙар протокол төҙөү өсөн эшенән алып китергә ниәттәрен әйткәс, бойһона, әммә республиканың ике дәүләт теленең береһендә – коми телендә протоколдың тәржемәһе булмағас, ҡултамға ҡуйыуҙан баш тарта. Һуңынан судта ла шул уҡ хәл ҡабатлана - закон рәхсәт иткәс, эште туған телендә алып барыуҙарын талап итә. Аудиояҙманы тыңланыҡ, судья ҡаты бәрелеп тә ҡараны, егеттең һис тә иҫе китмәй үҙенекен тылҡып тик тора. Судья ҡатындың: “Рус мәктәбендә уҡығанығыҙ, рус паспорты менән йөрөйһөгөҙ!”- тигәненә генә төҙәтмә индерҙе: “Миндә рус түгел, Рәсәй паспорты”. Судта, әлбиттә, тәржемәсе табасаҡтар, бынан ғына егеттең хәле әллә ни үҙгәрмәҫ. Әммә шуныһы яҡшы – Коми Республикаһында коми теленең баһаһы һәм әһәмиәте саҡ ҡына булһа ла, арта ҡуйғандыр.
Ауыҙы ҡыйыш булһа ла, бай балаһы һөйләһен, тип әйтәләрме әле? Юрий Киселев юғары дәүләт наградаһы - II дәрәжәлә “Ватан алдында хеҙмәттәр өсөн” ордены миҙалы менән бүләкләнде. РФ Президенты указында “....мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫештереүгә күп көс һалыу, оҙаҡ йылдар алып барған эшмәкәрлек” хаҡында әйтелә. “Оҙаҡ йылдар” ҡайҙан килеп сыҡты икән, “Юркисс” ҡушаматы менән билдәле артист әле ни бары 23 йәштә! Ҡыҙыҡ өсөн йырҙарын да тыңлап ҡараныҡ, беҙҙең “ Мин һине яратам, выходи к воротам”, - таҡмаҡтарынан әллә ни ары китмәгән, ҡәҙимге тауыш менән башҡарылған еңел-елпе күплеттар. Бөтә әтнәкә: Юркисс – сереп байыған “Русская медиагруппа” холдингы хужаһының улы. Эх, исмһаһам юғары дәүләт наградаларына инфляция ҡағылмаһын ине инде!
Совет дипломаты, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовҡа һәйкәл ҡуйыу урыны билдәләнде: Өфөлә Ленин исемендәге паркта, Совет һәм Туҡай урамдары киҫелешендә.Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы проектҡа конкурс иғлан итте. Әйткәндәй, был легендар шәхестең киң билдәле булыуына “Ҡыҙыл паша” спектакле, унда Фидан Ғафаров йырлауы ныҡ булышлыҡ иткәндер. Йән өҙгөс юлдар бит:“Бик һағындым һине, Тыуған илем, Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән. Мин тартаһы моңло ҡурайҙар ҙа Уралымда әле үҫмәгән”.
Үҙең генә йәшәү – бер яңғыҙлыҡ, мираҫсы итерлек тә яҡын кешең булмау – икеләтә яңғыҙлыҡтыр. Америкала 94 йәшлек Билл Доррис баҡыйлыҡҡа китте. 5 миллион доллар байлығына васыятнамә ҡалдыра – Лулу ҡушаматлы этенең файҙаһына тотолорға тейеш. Был бурысты 88 йәшлек күрше әбейгә тапшыра. 5 миллион доллар – бөгөнгө курс менән 365 миллион 937 мең һум.
Башҡортостанда 2020 йылда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 2019 йыл менән сағыштырғанда 3,5 процентҡа артҡан. 2,45 миллион квадрат метр торлаҡ (32 мең фатир) файҙаланыуға тапшырылған. Мең кешегә 610 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, тип хәбәр итте Башстат. Халыҡтың үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 61% тәшкил итә. Ҡалғандары ла бушлай тотторолмаясаҡ инде. Тора-бара, “....Советтар Союзы ваҡытында фатирҙарҙы түләүһеҙ ала торғайныҡ”, - тигән хәтирәләргә бер кем дә ышанмаҫ буғай.
Читайте нас