Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
24 Февраля 2021, 12:40

Февраль бураны

Февраль бураны урамдадонъяға һыймай тулай.Ҡарҙарын тултырып ҡуя,тишек – тошоҡто ҡуймай.

Февраль бураны
Тәнзилә Йәнтилина
Февраль бураны урамда
донъяға һыймай тулай.
Ҡарҙарын тултырып ҡуя,
тишек – тошоҡто ҡуймай.

Ажарланып, ғәйрәтләнеп
кем менән ярышалыр?
Тап февраль бурандарында
юлсылар аҙашалыр.

Тыңлайым буран олоуын
мейескә арҡа терәп.
Күңелле бейей орсоғом,
күпме йөн иләр кәрәк...

Күпме йылы ойоҡбаштар,
бейәләйҙәр бәйләргә?
Әлегә буран көйөнә
орсоғом зыр әйләнә!

Әйҙә, тулаһын бураны!
бер килеп тыныр әле.
Февралдең һыйыр мөгөҙөн
самай һындырыр мәле!

Читайте нас