“Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыу өсөн беренсе ярты йыллыҡҡа район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитация күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине. Ғинуар айында республика акцияһына Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында йомғаҡ яһалды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, электр самокатты Әбйәлил районынан Зөһрә Дәминдарова отҡайны. Тимәк, ике тос бүләк Урал аръяғы райондарына эләккән.
Әлеге ваҡытта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе - ул, моғайын, ҡар таҙартыу ҡорамалылыр ул. Ҡыш быйыл ҡар-бурандары менән һөйөндөрөп тора бит. Бына ошо бик тә кәрәкле ҡорамалды "Башҡортостан Республикаһы" Нәширәт йорто үҙенең гәзит уҡырға яратыусы дуҫтары араһында уйнатты ла инде.
Зилә Ҡотлоғужина Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында фельдшер булып эшләй. Үҙ эшен яҡшы белә, халыҡ үҙен хөрмәт итә, ярата икән. Шуға ла яратҡан фельдшерҙарының уңышы өсөн халыҡ айырыуса ҡыуанған.
- Мин "Һаҡмар" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә яҙылдым, - тип һөйләй Зилә Ильяс ҡыҙы. - Гәзит-журналдарҙан ғүмерем буйына айырылғаным юҡ. Отошҡа квитанцияларҙы ебәргәс тә онотҡайным инде. Дуҫтарым еңеүем тураһында тәүгеләрҙән булып белеп ҡалғандар ҙа, ҡотлай башланылар. Тиҫтәләгән кеше шылтыратҡас ҡына миңә ниндәй ҙур уңыш йылмайғанын аңланым. Отошто ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! - тип йылмая еңеүсе
Алдан яҙғаныҡ инде, Әбйәлил районының Әбйәлил ауылынан Зөһрә Дәминдәрова электр самокаты алып һөйөндө. Етмәһә, ханым бүләкте үҙенең тыуған көнөндә алған икән - 19 февраль көнө "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт Йорто вәкиле Айнур Дәүләтбәков бүләктәрҙе шәхсән ханымдарға үҙе алып барып тапшырған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды ла инде. Район һәм бер республика баҫмаларына яҙылып, уйында ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәрегеҙ. Нәшриәт йорто әҙерләгән шәп бүләктәр киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙгә эләгер.
1 апрелдән 20 декабргә тиклем төп подписка кампанияһы буласаҡ. Гәзит-журналдарға яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!