"Минең атайым иң яҡшыһы" конкурсында 50 ғаилә ҡатнашты. Атайҙарға балалары менән төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Автомобиль йөрөтөү, ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү, винтовканан атыу һәм башҡаһы. Конкурсты "Горизонт" туристик-спорт үҙәге Учалы автомәктәбе менән берлектә ойошторҙо.