Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
24 Февраля 2021, 13:15

Нурлы күҙҙәр

Халыҡ медицинаһын яҡшы белгән, уны тормошонда уңышлы файҙаланған һәм бихисап кешеләргә кәңәштәре, дауалау ысулдары менән ярҙам иткән ханым тураһында булыр был мәҡәлә.

Зәүхиә Низамиева
Нурлы күҙҙәр
30 йыллап элек бергә эшләгән хеҙмәттәш ҡатын шылтыратты. Мин уны ныҡлап хәтерләмәйем дә, мин декреттан һуң ул мәктәп йыраҡ булғас, яҡынғараҡ күстем. Ул да мине, бәлки, иҫкә лә төшөрмәгән булыр ине. Иҫкә төшөрөүсе ҡыҙы икән.
“Зәүхиә, һин мине хәтерләйһеңме? Аптырағандан шылтыратам. Һинең телефонды бер ҡатын бирҙе. Зәүхиә халыҡ медицинаһына мөкиббән киткән,шылтыратып ҡара әле тине. Оло ҡыҙым өсөн ныҡ ҡайғырам. Үҙем унан алда үлеп китәм ахыры, йоҡлай алмай башланым, шул хәтлем борсолам. Кипте, һарғайҙы, турғай хәтлем булып ҡалды. Янып торған матур ҡыҙ ине, күҙҙәр генә тейҙе ахыры. Ярты йыллап интегәбеҙ, һуңғы ике - өс көн ризыҡ үтмәй башланы. Йөрөмәгән ер ҡалманы. Сәбәбен таба алмайҙар. Ул үҙе бит шәфҡәт туташы. Хирургия бүлегендә эшләй. Эшкә лә сыға алмай хәҙер, больничныйҙа. Үлеп китер микән был бала??? Эй, ҡара ҡайғы башыма төштө. Тикшермәгән ере ҡалманы,”- тип бер тында һөйләне.
Тикшермәгән ере ҡалманы... Ҡалған булып сыҡты. Эсәктәрҙә калл кибеп, ашау үтмәү хәленә еткән ине. Был осраҡта эсәктәрҙә сереү барыу арҡаһында плесень йәки күгәреү барлыҡҡа килеп онкологияға юл асылған булыуы ла ихтимал ине.
Әсәһе шылтыратыуға, такси саҡырттылар ҙа мин ярты сәғәттән ул ҡыҙ янында инем. Ябығып, һарғайып, тормош сатҡылары күҙҙәрендә ана һүнәм бына һүнәм тип торған йәш ҡыҙ мине бүлмәһенән сығып та ҡаршы алманы. Йомшаҡ диванда оҙон йылы кофтаға төрөнгән һәм бөгөлөп эсен ҡосаҡлаған был ҡыҙға ҡарап, тетрәнеүҙе үткәргәс, минем нишләптер ҡысҡырып илағым килде. Етмәһә, уның баш осондағы фоторәсемдән нурлы күҙҙәрен балҡытып, ғәжәйеп матур йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы ҡыҙ ҡарап тора. Ул фотоға ҡарашым төшкәнен күреп, әсәһе тағын илап ебәрҙе. “Күҙҙәр тейҙе балама,”- тине һулҡылдап. Ул да булыуы мөмкин. “Һоҡ ағастың тамырын, ә кешенең елеген ҡорота,”- тигән элеккеләр. Елеге кипһә, кеше үҙе лә кибә. Шуға ла балаларға һоҡланып ҡарағанда ла, күҙ теймәһен тип теләргә ҡушҡандар элек замандан уҡ. Ә миндә уйҙар ҡайнаны, дөрөҫ сәбәбен табып, был балаға ярҙам итеү төп маҡсат. “Был ниндәй замана, нишләп ер һелкетеп донья көтә торған йәштәр ошолай бөгөлөп төшөп ултыралар ваҡытынан алда. Әле бит улар әсәй ҙә булмағандар, гөрләтеп тормош көтмәгәндәр. Ғәилә бәхетен дә татымағандар. Беҙ ололар ҡайҙа хата ебәрәбеҙ? Нимәгә өйрәтеп бөтөрмәйбеҙ?”- тигән уйҙар башта саптылар.
Әкрен генә һөйләшә торғас, мин уның ҡайҙа эшләүен, нисек ашауын һораша башланым. Сәбәпте тиҙ асыҡланыҡ. Ни өсөн ошо көнгә килеп еткәне билгеле булды. Эшенә бик яуаплы был ҡыҙ, үҙенә ҡарата яуаплы булыуҙы онотҡан. Эштә иртәнсәк кофе, булочка, печенье, төшкө ашта тағын арлы – бирле ашау, кис ҡайтҡас, арып ҡайтҡан ҡыҙ, тағын арлы – бирле ҡапҡылай ҙа йә компьютерҙа ултыра, йә телефонда.( Беҙҙең һымаҡ һыу – утын ташыһалар, кер йыуһалар, иҙән һепереп – йыуһалар, мал артынан йөгөрһәләр, эйелеп – бөгөлөп, эсәктәр ҙә яҙылыр ине, ҡорһаҡ та һелкенер ине лә, юҡ шул. Тыштан да ҡаталар, эстән дә кибәләр!)
5 сәғәт булдым был ҡыҙ янында. Нимә эшләнең тигән һорау тыуһа – клизма! Эсәктәргә йәбешеп, кибеп бөткән каллдары йомшарып, эреп сығып бөткәнсе янында булдым.Ҡырыҡ тапҡыр бәҙрәфкә йөгөрөүен яҙып тормайым. Танауын усы менән ҡаплап йөгөрөп сыға ине. “Ужас, такой запах,”- тип. Эстән сереп бөтә яҙған!!!
Бер мәлде тауыш – тыны бөттө был баланың. Әллә хәле бөтөп йығылдымы тип коридорға сыҡтым. Ул көҙгө алдына баҫып, үҙенә ҡарап тора ине. Бите лыс тир, ә йөҙө алһыу төҫкә ингән. “Апай, ҡарағыҙ әле. Миңә рәхәт була башланы. Бөгөлә алам, эсем ауыртмай. Һыу эскем, ашағым килә башланы. Хатта рәхәт булып китте,”- тине.
Үҙен дөрөҫ ашамау арҡаһында ошо көнгә еткергәнен, нисек уны үҙгәртеү тураһында оҙаҡ һөйләштек. Әле эштән сыға башлаған эсәктәрҙе нормаль хәлгә ҡайтарыр өсөн, ваҡыт кәрәк буласағын, йога күнекмәләре аша ла, төрлө үләндәр эсеүҙе индерергә һөйләштек. Противораковая диетаны өйрәнергә һәм шуны тоторға һөйләштек. Эсәктәрҙә эс ҡатыу арҡаһында нисә ай буйына әллә ниндәй сирҙәр үҫә башларға мөмкин бит!!!
Мине йәшәгән еремә был ҡыҙҙың егете үҙ машинаһында илтте. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан, хатта руль артында ултырыуын онотоп, урынынан ҡалҡып китеп һөйләшә.
“Өйләнешәбеҙ тип план ҡороп йөрөй инек. Свиданиегә лә сыға алмай. Бер ҡайҙа ла йөрөргә сыға алмайбыҙ. Унһыҙ мин йәшәй алмайым,”- тине. “Барыһы ла әйбәт булыр, энекәш. Өйләнерһегеҙ ҙә, балалар ҙа үҫтерерһегеҙ. Тик ризыҡты дауа итеп ашағыҙ,”- тинем яҡынса. Күп һөйләштек.
Йәйҙең салт ҡояшлы көнө. Ҡала урамынан барам. Ҡаршыма килгән ҡыҙ миңә ҡарай. Йөҙөн сырамытам, тик иҫкә төшөрә алмайым. Кәртинкә кеүек матур ҡыҙ минем ҡаршымда туҡтап ҡалды.Оҙон ҡара сәстәрен артҡа һыпырып, йылмайып ҡараны ла ҡосаҡлап алды. “Апай, һеҙме ул теге апай?“- тип һораны. Мин дә уны таныным. Ер менән күк араһы ине. Бөгәрләнеп, һарғайып кипкән ҡыҙ түгел. “Һеҙҙе осратҡым килгән ине,”- тине. “Мысли материальны, теләгәс осраттың,”- тинем. “Һеҙгә рәхмәт әйткем килгән ине, теге ваҡыттан һуң мин аяҡҡа баҫтым. Эшләп йөрөйөм, Аллаға шөкөр. Сәләмәтлектең ниндәй ҙур байлыҡ икәнен аңланым. Ашауға уның бәйле булыуын сир аңлатты, бик күп уҡыным ул турала. Өйләнешергә торабыҙ егетем менән,”- тине ул күҙҙәре менән нур сәсеп. “Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйт. Мин һиңә дөрөҫ фекер генә еткерҙем. Ул һиңә зиһен биргән, шуны уяттым ғына,”- тинем. Аңлап бөтөрмәгәндер минем һүҙҙәремде. Ваҡыты еткәс, аңлар.Тағын бераҙ күңелле итеп һөйләшеп торҙоҡ. Уның яҡты энергияһы сәселеп тора ине. Тәнең, йәнең сәләмәт булһа, тирә - яғың нурлы була шул. Үҙеңдән сыҡҡан нур шулай яҡтырта тирә - яғыңды.
Нурлы күҙҙәр... Их, улар нурлы булһын өсөн ашаған ризығыбыҙ ҙа тәнгә дауа, йәнгә шифа булырға тейеш икәнен, үҙебеҙҙе хөрмәт итергә икәнен онотмауыбыҙ хәйерле!!!
Читайте нас