Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
24 Февраля 2021, 11:50
Өс игеҙ бала көткән ҡатын үлгән
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ЭКО эшләткән.
Күмертау дауаханаһының хирургия бүлексәһендә өс игеҙ бала көткән ҡатын үлгән. Был турала «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итте.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ЭКО эшләткән. Ләкин йөклөлөктөң 12-се аҙнаһында ҡатмарлыҡтар килеп тыуған, һөҙөмтәлә бала төшкән. Үлгән ҡатын 40 йәште үткән.
Компетентлы органдарҙан рәсми комментарийҙар әлегә юҡ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ошо факт буйынса республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәсми һорау ебәрҙе.
https://
www.bashinform.ru/news/1561816-v-bashkirii-zafiksirovana-smert-beremennoy-troynyashkami-zhenshchiny/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"