Яйыҡ
+10 °С
Ясна
Новости
24 Февраль 2021, 11:55

Туристик сувенирҙар күргәҙмәһе

Бөгөн Өфөлө туристик сувенирҙар конкурсы үтә.

Сер түгел, сит ергә эш сәфәре менәнме йәки ял итергә барһаҡ та, унан иҫтәлеккә сувенир алып ҡайтырға күнеккәнбеҙ. Нәҡ ошо сувенирҙарға ҡарап, тәьҫораттарыбыҙ яңыра, яҡты иҫтәлектәр йәнләнеп китә. Сувенирҙар аша теге йәки был төбәктең асылын төҫмөрләргә лә мөмкин.
Бөгөн Өфөлө уҙған туристик сувенирҙар конкурсы республикабыҙҙы ошо юҫыҡтан байыраҡ, иҫтәлеклерәк итеү йәһәтенән ойошторолған. Башҡортостандың 20 районынан ҡул эштәләре оҫталары йыйылған унда.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сувенирҙар төрлө материалдарҙан эшләнгән, теләгәндәргә уларҙы һатып алыу мөмкинлеге булдырылған. Һәр береһе төбәгебеҙҙең визит карточкаһы булырҙай ижад емештәре. Бындай ярыш йыл һайын уҙғарыла, ул халыҡ мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ нығынған.
Читайте нас