23 февраль Учалы филармонияһының спорт залында " Йәгеҙ әле, егеттәр!" тип исемләнгән хәрби-спорт фестивале уҙҙы. Сарала ун ғаилә ҡатнашты - олатаһы, улы һәм ейәне. Ғаиләләр етеҙлектә, сослоҡта көс һынашты. Еңеүселәр бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнде.